Һаҡмар
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март 2020, 19:25

ГТО нормаһы юғары уҡыу йортона инергә ярҙам итәме?

Юғары класс уҡыусылары өсөн һөйөнөслө яңылыҡ бар. #национальныепроекты

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында абитуриенттар уҡырға ингәндә өҫтәмә балл бирелә. Рәсәй Мәғариф министрлығының 1147-се бойороғона ярашлы, быйыл «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының билдәһе менән уҡырға инеүселәргә 1-ҙән алып 10-ға тиклем балл өҫтәлә.
Өфө дәүләт авиация техник университеты — 1 балл;
Өфө дәүләт нефть техник университеты — 5 балл;
Башҡорт дәүләт университеты — 3 балл;
Башҡорт дәүләт аграр университеты — 5 балл;
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты — 2 балл;
Башҡорт дәүләт педагогия университеты — 2 балл;
Башҡорт дәүләт медицина университеты — 1 балл;
Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты — 3 балл;
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы— 5 балл;
Башҡортостан физик культура институты — 5 балл;
Өфө бәйләнеш юлдары институты — 2 балл.
21 мартта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы майҙанында (Өфө, Комаров урамы, 9/3) иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-сө яртыға тиклем ҡыҫҡа һәм оҙон араға йүгереү буйынса норматив тапшырырға мөмкин. Үҙең менән медицина белешмәһе, паспорт һәм УИН (индивидуаль номер gto.ru сайтында теркәлгәндән һуң бирелә) алып килергә кәрәк.
Башинформ
Читайте нас в