Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Февраль 2020, 14:03

Киләсәк быуын уҡытыусыһы ниндәй була?

Уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу һәм карьера үҫешен булдырыу өсөн "Рәсәй -- мөмкинлектәр иле" ойошмаһы РФ Мәғариф министрлығы менән берлектә 2019-2020 уҡыу йылында "Киләсәк быуын уҡытыусыһы" конкурсын үткәрә. Конкурс "Мәғариф" милли проектының "Һәр кемгә социаль лифт" федераль проекты сиктәрендә үткәрелә. #нацроекты#регпроекты

Уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу һәм карьера үҫешен булдырыу өсөн "Рәсәй -- мөмкинлектәр иле" ойошмаһы РФ Мәғариф министрлығы менән берлектә 2019-2020 уҡыу йылында "Киләсәк быуын уҡытыусыһы" конкурсын үткәрә. Конкурс "Мәғариф" милли проектының "Һәр кемгә социаль лифт" федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 39680 педагог теркәү үткән. Шуларҙың 916-һы – Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаһы уҡытыусылары.

Конкурстың ярымфиналында федераль округтарҙа еңеп сыҡҡан 150 конкурсант ҡатнашасаҡ. Конкурстың Волга буйы федераль округындағы ярымфиналы 2020 йылдың 6-8 мартында Өфө ҡалаһында уҙғарыу планлаштырылған.

Читайте нас: