Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар 2020, 17:50

Өләсәйҙәр һандығы асылды...

100 йылдан да ашыуыраҡ ваҡыт һаҡланған көрөҫтән һуғылған шәлде кемдең күргәне бар? Уны беҙҙең сайттан уҡып белерһегеҙ.#национальныепроекты

Ошо көндәрҙә Ишмөхәмәт мәктәбенең 1-се класс уҡыусыларына ҡунаҡҡа ауылдың иң уңған, иң изге йөрәкле өләсәйҙәре ҡунаҡҡа килде. Улар “Өләсәй һандығы”нда булған хазиналары менән таныштырҙы. Рәмзиә Йәрмөхәмәтова үҙенең өләсәһенең камзулын кейеп күрһәтте. Унда беркетеп тегелгән аҡыҡ ташының файҙаһы хаҡында һөйләп ишеттерҙе. Мәрзиә Латыпова иһә ҡулъяулыҡтар сигеү серҙәре менән уртаҡлашты. Хазина Исҡужина үҙендә 100 йылдан да ашыуыраҡ ваҡыт һаҡланған көрөҫтән һуғылған шәлен күрһәтте.Бына ҡайҙа ул ысын хазина! Сәрүәр Әхмәрова балаларға һандыҡта һаҡланған хазиналарҙың ни тиклем ҡәҙерле, бай ҡомартҡы булыуы хаҡында һөйләне.

Донъяларҙы йәмләй бит ул

Өләсәйҙең барлығы.

Һәр саҡ иҫебеҙҙә торһон

Өләсәйҙең һандығы... - тип ул сараны йәмләп тә ебәрҙе.

Уҡытыусы Хәлиҙә Ғәлина сараға йомғаҡ яһап “Өләсәйҙәрҙең һандығы” биҙәүестәр менән тулы булыуын, уларҙың хазинаға бәрәбәр булыуы хаҡында белдерҙе.

Читайте нас: