+2 °С
Болотло
– Класс етәкселәренә биш мең һумлыҡ өҫтәмә түләү индереү – бик мөһим норма. Әле беҙҙә класс етәксеһе уртаса ике мең һум тирәһе ала. Урал коэффициентын иҫәпләп, быға 5700 һумды ҡушабыҙ. Һөҙөмтәлә 7700 һум килеп сыға. Уҡытыусылар өсөн был өҫтәмә бик һәйбәт, – тип белдерҙе башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы.
Был яңылыҡты урында бик ҡыуанып ҡаршы алдылар. Уҡыусыларҙың белеме өсөн генә түгел, ата-әсәләр менән бер рәттән уларҙың һаулығы, хәүефһеҙлеге өсөн дә берҙәй яуап биргән уҡытыусылар уға лайыҡлы.