Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ғинуар 2020, 16:35

Тренерҙарға - 600 мең һум!

Ауылдағы спорт мәктәбенә эшкә ҡайтҡан тренерға бер тапҡыр 600 мең һум аҡса түләнәсәк. Тулыраҡ беҙҙеңсайтта. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Сәләмәт тормош алып барыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә иғтибар тағы ла артасаҡ. Ауылдағы спорт мәктәбенә эшкә ҡайтҡан тренерға бер тапҡыр 600 мең һум аҡса түләнәсәк. Бары тик улар муниципалитет билдәләгән осорҙа мотлаҡ эшләргә тейеш. Был турала республика хөкүмәте президиумы ултырышында Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. Проект Республиканың 56 район һәм ҡалаһында ғәмәлгә ашырыла башлай.

Был тәңгәлдә Баймаҡ районында спорт менән дуҫ халыҡ йәшәй, тип ышаныслы әйтергә урын бар. Һәр мәктәптә төрлө спорт секциялары әүҙем эшләй. Һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы. Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшербеҙ, тигән өмөт бар.

Читайте нас: