Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Декабрь 2019, 17:44

“Әкиәт китабын кем урлаған?”

БР Башлығының Яңы йыл шыршыһы иртәлегендә Баймаҡ ҡалаһынан һәм районынан иң яҡшы 12 уҡыусы ла ҡатнашты. Улар – Байыш мәктәбенән Фәнзил Мортазин, Баймаҡ лицей-интернатынан Гөлфиә Мөхәмәтшина, 2-се мәктәптән Алина Әликбаева, Икенсе Этҡолдан Тамъян Арыҫланов, Яраттан Рәйсә Мырҙабулатова, Сәйғәфәрҙән Зилара Райманова, 3-сө мәктәптән Эмир Моталлапов, 4-се лицейҙан Йәнгүзәл Зәйнуллина, Ниғәмәттән Рәмилә Ишмәтова, 4-се лицейҙан Искәндәр Фәйезов, Ҡолсоранан Айзилә Сафиуллина, Иҫке Сибайҙан Азалия Юнусова.#нацпроекты

Яңы йыл биттәре буйлап йөрөгәнегеҙ бармы? Ә бына 20 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙғарылған БР Башлығының Яңы йыл шыршыһы иртәлегендә ҡатнашҡан 780 бала тап шундай мөғжизәгә юлыҡты. Улар әкиәт геройҙары менән бергә әкиәт китаптарын эҙләүселәрҙең эҙенә төштө. Әйткәндәй, был тамашала Баймаҡ ҡалаһынан һәм районынан иң яҡшы 12 уҡыусы ла ҡатнашты. Улар – Байыш мәктәбенән Фәнзил Мортазин, Баймаҡ лицей-интернатынан Гөлфиә Мөхәмәтшина, 2-се мәктәптән Алина Әликбаева, Икенсе Этҡолдан Тамъян Арыҫланов, Яраттан Рәйсә Мырҙабулатова, Сәйғәфәрҙән Зилара Райманова, 3-сө мәктәптән Эмир Моталлапов, 4-се лицейҙан Йәнгүзәл Зәйнуллина, Ниғәмәттән Рәмилә Ишмәтова, 4-се лицейҙан Искәндәр Фәйезов, Ҡолсоранан Айзилә Сафиуллина, Иҫке Сибайҙан Азалия Юнусова.

Байрам сараһы башланыр алдынан балаларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова сәләмләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Уҡыусыларҙы шулай уҡ мәғариф министры Айбулат Хажин, Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡалар тәбрикләне.

Башлыҡ шыршыһына барып ҡайтҡан уҡыусылар исеменән 4-се лицейҙан Йәнгүзәл Зәйнуллина (8-се класс) менән Баймаҡ лицей-интернатынан Гөлфиә Мөхәмәтшина (6-сы класс) үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар:

-- Юлдың алыҫлығына, оҙаҡ барыуға ҡарамаҫтан, кәйефтәр төшмәне, киске уйында оҫта итеп өҙҙөрөп бейеп алдыҡ, тәмле итеп ашаттылар. Беҙҙе “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына урынлаштырҙылар. Ят ерҙә яңғыҙ ҡалманыҡ, беҙҙе һәр саҡ йылы һүҙҙәре менән Баймаҡ лицей-интернатының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәсимә Моратова дәртләндереп йөрөнө.

Ысынлап та, Өфө ҡалаһы беҙҙе әкиәт ҡаласығындай ҡаршы алды. Республика Шыршы байрамының шул тиклем матур ойошторолоуы таң ҡалдырҙы.

Сара бик ҡыҙыу үтте. Башҡортостанға билдәле Вилдан Яруллин, Каринэ Хабирова, Айбулат Хажиндарҙы күреп, улар менән фото төшөү бәхете тейҙе. Өс көн “һә” тигәнсе үтте лә китте. Бөтәбеҙ ҙә илһам, көс-дәрт алып ҡайттыҡ. Уҡыу дәүерендә йыйған, һынаған белемдәребеҙ бушҡа китмәгәнен аңланыҡ. Ә ниндәй өлкә буйынса ғына килмәгәндәр: йыр-моң, йор һүҙ, спорт, гуманитар һәм теүәл фән кешеләре һ.б. Беҙҙең менән бергә барған уҡыусылар исеменән онотолмаҫ көндәр бүләк иткән һәр береһенә күп рәхмәттәр әйтке килә: ата-әсәйҙәргә, юлда ҡурсалап йөрөүсе Рәсимә Килдейәр ҡыҙына, мәғариф бүлегенә, мәктәп администрацияһына.

Сараға килгән һәр уҡыусы онотолмаҫ тәьҫораттар менән иҫтәлеккә йомшаҡ уйынсыҡ, татлы күстәнәстәр алып ҡайтты.

Эльмира Кейекҡужина.

Һүрәттә: баш ҡалабыҙ Өфөгә барып ҡайтҡан бәхетле уҡыусылар.

Читайте нас: