Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Ноябрь 2019, 14:05

“Үҫеш нөктәһе” уңышлы эшләй

Беренсе Төркмән урта белем биреү мәктәбендә лә тап шундай яңылыҡ индерелгән. Бында “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге бик уңышлы эшләп килә.

Заман үҙгәреп, яңы технологиялар индерелеү менән мәктәптәр ҙә яңы һулыш алғандай булды. Коллектив, уҡытыусы-уҡыусылар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, грандтар алып, үҙе эшләгән мәктәпкә үҙгәрештәр индереүҙе бурыс итеп алды.

Беренсе Төркмән урта белем биреү мәктәбендә лә тап шундай яңылыҡ индерелгән. Бында “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге бик уңышлы эшләп килә.

Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн ике кабинетты йыһазландырҙыҡ. Ул ике йүнәлеш алған: гуманитар һәм математика. Гуманитар йүнәлешкә “Виртуаль донъя”, “Мультистудия”, “Проект эшмәкәрлеге”, “Геотехнология”, “ОБЖ” һәм шахмат дәресенән тыш эшмәкәрлек эш программалары ҡарай.

Кабинетҡа инәбеҙ. Икенсе донъяға – һанлы технологиялар иленә “сумаһың”. Иң тәүҙә ярты кабинетты алып торған экранлы интерактив комплекс, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн ноутбуктар иғтибарҙы йәлеп итте. Шахмат яратҡан уҡыусылар бында электрон сәғәтте ҡуллана ала. Әйткәндәй, был мәктәп уҡыусылары Силәбелә үткән шашка буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ла үҙ көсөн һынап ҡараған. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәндәр.

Минең иғтибарымды пластик еп менән эшләгән 3 “D” принтер йәлеп итте. “Бында балалар макет буйынса һындар эшкәртеп сығара ала”, – тип Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы таныштырыуын дауам итте.

Шунда уҡ ҡыҙыл төҫтәге каркасһыҙ креслолар теҙелеп киткән. Унда балалар менән психолог эшләй.

Бар мәктәп үҙәккә яратып йөрөй. Хатта расписание төҙөп ҡуйҙыҡ. Шулай ҙа беҙҙә эшләп килгән түңәрәктәрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайыҡ. Балалар “Драма”, “Ғаилә идаралығы”, “Этика”, “Мини футбол”, “Нәфис һүҙ” кеүек түңәрәктәргә бик теләп йөрөй. Шулай уҡ беҙҙә математика йүнәлеше көслө. Уҡытыусыбыҙ Марина Әхмәтова уҡыусыларҙы һәр яҡлап әҙерләргә тырыша. Берҙәм дәүләт имтихандарында ла юғары күрһәткескә өлгәштек.

Әйткәндәй, Зәһүрә Ҡаһарманова коллегалары Марат Әүәлбаев (Темәс), Гөлнара Хасьянова (Урғаҙа), Рәжәп Мырҙабулатов (Йомаш) менән Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре етәкселәренең Бөтә Рәсәй форумында ла ҡатнашты. Форум “Заман мәктәбе” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылды.

Бына шулай, Төркмән мәктәбе заман менән бергә атлай. Яңы технологиялар нигеҙендә балаларҙы белем үрҙәренә әйҙәйҙәр. Шуғалырмы, сығарылыш класс уҡыусылары ла тормошта юғалып ҡалмай, үҙ юлын таба.

Читайте нас: