Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ноябрь 2019, 16:45

Етәкселәр форумда ҡатнашты

6-7 ноябрҙә Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре етәкселәренең Бөтә Рәсәй форумы ойошторолдо. Был үҙәктәр быйыл сентябрь айында “Заман мәктәбе” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылды. Башҡортостанда бындай 133 үҙәк бар.

Форумдың эшендә Башҡортостан Республикаһынан 133 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге етәксеһе ҡатнашты. Беҙҙең райондан был мәртәбәле сараға мәктәп директорҙары: Темәстән – Марат Әүәлбаев, Төркмәндән – Зәһүрә Ҡаһарманова, Урғаҙанан – Гөлнара Хасьянова, Йомаштан Рәжәп Мырҙабулатов барҙы.

Бөтә Рәсәй форумында РФ мәғариф министры О.Ю. Васильева, урын урынбаҫары М.Н. Ракова һ.б. сығыш яһаны. Һүҙ мәғарифтың яңы стандарттары, белем һәм тәрбиә биреү алымдары, Үҙәктәрҙә белем биреүҙе ойоштороу, һанлы технологияларҙың өҫтөнлөгө тураһында барҙы.

-Был форум үҙ маҡсатына иреште, беҙҙең алдыбыҙға аныҡ бурыстар ҡуйҙы, яңы үрҙәргә рухландырҙы, - тип билдәләне Баймаҡ педагогтары.

А.Салауатов.

Һүрәттә: форумда ҡатнашҡан районыбыҙ мәктәптәре директорҙары республиканың төбәк координаторы Татьяна Васильева менән.

Читайте нас: