Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Ноябрь 2019, 18:31

Депутат шатлыҡ бүләк итте

Баймаҡ районының иң һәләтле, әүҙем, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, ә бер генә һүҙ менән әйткәндә – иң-иң яҡшы уҡыусыларына Өфө ҡалаһы буйлап сәйәхәт ойошторолдо. Был ябай ғына сәйәхәт түгел, ә беҙҙең барыбыҙға ла билдәле Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина тарафынан ойошторолған сара ине.

Ял программаһы балалар өсөн бик мауыҡтырғыс һәм бай булды. Өфө ҡалаһына килеп төшкәс тә балаларҙы Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы үҙе ҡаршы алды һәм “Ирәндек” күҙәтеү тәгәрмәсенә алып барҙы. Был тәгәрмәстә балалар бар ҡаланы күҙәтә алдылар. Унан һуң инде универсаль спорт аренаһы – “Өфө Арена” менән танышыу булды. Унда балаларҙың яратҡан “Салауат Юлаев” хоккей клубының шөғөлләнгән урынын, матбуғат конференциялары үткәрелгән бүлмәне, буласаҡ хоккейсылар нисек шөғөлләнеүен һәм, әлбиттә, аренаның үҙен күрһәтеп үттеләр. Һәр балаға яратҡан хоккейсыһының автографы ҡуйылған фотоһүрәт, хоккей клубының логотипы һүрәтләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырып ҡыуандырҙылар.
Артабанғы маршрут планетарий ине. Унда бик мауыҡтырғыс тамаша ҡарағас, Еңеү паркына йүнәлдек. Парктағы һәр техника тураһында мәғлүмәт бирелде. Бынан һуң барған “PLY PARK” батут үҙәгендә уҡыусылар күңелдәре булғансы батуттарҙа ырғып, төрлө ҡаршылыҡтар һыҙаты үтеп, уйнап, хәлдән тайып сыҡты. Маршрутты тулыһынса үтеп бөтөп, тәмле итеп һыйланып алғандан һуң, балалар Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына ихлас рәхмәттәрен әйтеп, үҙ ҡулдары менән әҙерләгән бүләктәрен тапшырып (араһында хатта депутаттың портреты ла бар ине) шәп кәйеф менән хушлаштылар.
Сәйәхәттә йөрөгән арала Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы менән балалар араһында тере аралашыу булды. Әңгәмә уҡыу, белем алыуҙың киләсәктә тормош ҡороуҙа нисек ярҙам итеүе, белемле булыу нисек яҡшы икәне тураһында барҙы. Был аралашыу балаларҙың донъяға ҡарашын яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә бик ҙур әһәмиәт бирҙе. Был хәйриә акцияһы өсөн Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына ҙур рәхмәт әйтеп, артабанғы эштәрендә тик уңыштар ғына теләргә ҡала. Һеҙҙең кеүек киләсәк быуынды хәстәрләүсе милләтебеҙ ғорурлығы булған депутатыбыҙ барҙа, балалар үткәнен һәм бөгөнгөһөн белеп үҫер.
Гөлфинә Янғолова,
лицей-интернат тәрбиәсеһе, Земфира Раева,
4-се лицей уҡытыусыһы.
Читайте нас: