Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғариф
10 Октября 2019, 04:56
Әсә теленә һөйөү уятыусы
Балаларҙа башҡорт теленә һөйөү уятҡан, милләтенең тарихын төптән өйрәнгән уҡытыусылар һәр саҡ һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары уята. Ҡаланың 2-се мәктәбендә әсә теле серҙәренә өйрәткән Сәриә Сәйетборхан ҡыҙы Ғәлиуллина тап шундай ғәжәйеп кешеләрҙең береһе.
Юғары категориялы уҡытыусының намыҫлы хеҙмәтен лайыҡлы баһалап, уға БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы тапшырылыуын уҡыусылары ла, ата-әсәләр ҙә, яратҡан коллективы ла хуплау менән ҡаршы алды. Тынғыһыҙ уҡытыусы төрлө кимәлдәге конкурстарҙа үҙенең һәм балаларының көсөн бер туҡтауһыҙ һынап ҡарай. Тик башҡалар менән сәмле ярышта, һәр саҡ алдынғылыҡҡа ынтылыуҙа ғына үҫешергә мөмкин булыуы ул бик яҡшы аңлай. Сәриә Сәйетборхан ҡыҙы “Минең иң яҡшы дәресем”, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында “Күңелем шиғриәте” номинацияһында, “Уҡытыусының иң яҡшы портфолиоһы”, “Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты” кеүек район конкурстарында уңыштарға өлгәшә. Уның уҡыусылары Г.Назарова менән Н.Күсеева башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында республика призерҙары булып танылды. С.С. Ғәлиуллина уҡытҡан балалар республика кимәлендә үткән “Башҡортостан ынйылары”, “Мираҫ”, “Урал батыр” конкурстарының еңеүсеһе була. Шулай уҡ “Халыҡ эпостары” төбәк фестивалендә лә ул уҡыусылары менән ҙур уңыштарға өлгәшә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"