Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Сентябрь 2019, 12:22

“Үҫеш нөктәһе” - Баймаҡта!

“Мәғариф” милли проектына ярашлы республикала “Үҫеш нөктәһе” һәм “IT-клуб” һанлы һәм гуманитар профилле мәғариф үҙәге буласаҡ. Алдағы ике йылда 100-ҙән ашыу шундай учреждение асыу ҡарала.

Баймаҡ районының мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Урғаҙа, Йомаш, Беренсе Төркмән һәм Темәс мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” проекты эшләй башлаясаҡ. Майҙансыҡтар уҡыу һәм проекттың эшмәкәрлеге сиктәрендә юғары технологиялы, заманса белем биреү ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Виртуаль ысынбарлыҡты күрһәткән 3D-принтерҙар, квадрокоптерҙар, фотокамералар, шахмат өсөн ҡоролмалар, 3D модулен эшләү өсөн программалар һәм башҡа йыһаздар алынасаҡ. Үҙәктәрҙе асыу 23 сентябргә планлаштырыла.
БР-ҙың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Мәғариф” милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уға 784,5 млрд һум аҡса йүнәлтеү ҡарала. Проектың һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙә белем биреүҙә конкурентлылыҡ тыуҙырыу һәм дөйөм мәғарифтың сифаты буйынса иң алдынғы ун ил иҫәбенә инеү планлаштырыла.
Читайте нас: