Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2019, 11:23

Милли проекттың нигеҙе – педагогик оҫталыҡты камиллаштырыуҙа

Бөгөн районыбыҙҙа үткән кәңәшмә лә юҡҡа ғына “Педагогик кадрҙарҙың профессиональ оҫталығын камиллаштырыу – “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙе” тип аталмай бит. Мәктәптең төп терәге булған өс таған – ата-әсә, бала һәм уҡытыусының ҡулға-ҡул тотоноп эшләү һөҙөмтәһенә байҡау яһап, киләсәкте күҙаллап, районыбыҙҙың мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Әдиф улы Зәйнуллинға белем биреү өлкәһенә ҡағылған бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан


Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе белем биреү өлкәһендә тырышып эшләгән уҡытыусыларҙың оҫталығы, һәләте һәм ижади үҫеүе өсөн бик күп мөмкинселектәр барлығын тағы бер ҡат иҫбат итте. Бөгөн районыбыҙҙа үткән кәңәшмә лә юҡҡа ғына “Педагогик кадрҙарҙың профессиональ оҫталығын камиллаштырыу – “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙе” тип аталмай бит. Мәктәптең төп терәге булған өс таған – ата-әсә, бала һәм уҡытыусының ҡулға-ҡул тотоноп эшләү һөҙөмтәһенә байҡау яһап, киләсәкте күҙаллап, районыбыҙҙың мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Әдиф улы Зәйнуллинға белем биреү өлкәһенә ҡағылған бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– 15-16 августа булып үткән республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе тураһында бер аҙ һөйләп үтһәгеҙ...

– Быйыл мәғариф буйынса август кәңәшмәһе милли проекттарға арналды, 2024 йылға тиклем аныҡ маҡсаттар ҡуйылды. Конференцияла район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, мәғариф бүлегенән – Гөлйемеш Ишмырҙина, Гөлшат Иҫәнғолова, Нәфисә Мәмбәтова, Гүзәл Абдуллина, Рөстәм Нурғәлиев, профсоюз ойошмаһы рәйесе Рәйлә Морозова, ата-әсәләр комитеты рәйесе Оксана Пономарева һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, белем биреү ойошмаларында хәүефһеҙ шарттар булдырыу, балаға белем алырға мөмкинлек тыуҙырыу кеүек аныҡ маҡсаттар ҡуйҙы. Кәңәшмәлә һигеҙ дискуссия майҙансығы эшләне. Уларҙың һәр ҡайһыһы мәктәптә белем биреүҙе камиллаштырыу, заманса технологияларҙы уңышлы ҡулланыу, балаларҙың һәләтен асыу өсөн заман талаптарына яуап бирерлек проекттар кеүек темалар өҫтөндә эшләне.

– Милли проектҡа ярашлы төрлө программалар бар. Районда мәғариф системаһында ниндәй үҙгәрештәр булды һәм нимәләр көтөлә?

– Мәғариф системаһын үҫтереү буйынса мәктәптә төп, өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреүгә, һәләтле балаларҙы, спортты үҫтереүгә, мәғлүмәтләштереүгә арналған программалар эшләп килә. Һуңғы йылдарҙа Ҡуянтау, Икенсе Этҡол ауылдарында – яңы мәктәп, Йылым һәм Иҫәнбәттә – башланғыс мәктәпте һәм балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған комплекс, ҡалала “Миләш”, “Толпар” балалар баҡсалары төҙөлдө. Темәстә башланғыс мәктәпкә капиталь ремонт эшләнде. Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә төҙөлгән 5-се һанлы мәктәп 2 сентябрҙә үҙ ишектәрен аса. Иҫке Сибай ауылында 375 урынлыҡ мәктәп төҙөү планға индерелгән. Баймаҡтағы төҙөлөп бөтмәгән Хоҡуҡ йорто өҫтәмә белем биреү учреждениеһы итеп реконструкцияланасаҡ. Мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Әле уларҙың 75 проценты балалар баҡсаһында тәрбиәләнһә, киләһе йылда был һан 100-гә етер тип уйлайбыҙ.

Һөйөнөслө тағы бер яңылыҡ бар: хәҙер инде райондағы барлыҡ мәктәптәр ҙә йылы бәҙрәф һәм янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар менән тәьмин ителгән. Быйыл Ишмырҙа, Беренсе Этҡол, Ниғәмәт, Сәйғәфәр, Күсей, Темәс (башланғыс мәктәп), Буранбай, Аҡморон (мәктәбе һәм балалар баҡсаһы), Басай ауылдарындағы мәктәптәр газ менән йылытыуға күсерелә. 2019 йылдың 13 авгусында ҡабул ителгән Башҡортостан Хөкүмәтенең 867-се күрһәтмәһенә ярашлы, ҡаланың 4-се лицейы “Ҡанатлан!” проектын тормошҡа ашыра башлаясаҡ.

– Һуңғы арала уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү мәсьәләһенә иғтибар артты...

– Эйе. Районда балаларға өҫтәмә белем биреү, уларҙың ялын һәм һаулығын нығытыуҙы ойоштороу буйынса 2020 йылға тиклем эшләп килгән программалар бар. 163 берләшмәлә 5-18 йәштәге 7814 бала шөғөлләнә. Киләсәктә “Йәш техниктар” станцияһында юғары технологиялы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән “Кванториум” технопаркын булдырыу планлаштырыла. Шулай уҡ “Робоквантум”, “Аэроквантум” лабораториялары һәм HI-TECH цехы ла буласаҡ. Уҡыусылар бында техник йүнәлештә белем аласаҡ. Өҫтәмә белем биреү системаһы, ғөмүмән, үҙгәрештәр кисерә. Хәҙер түңәрәктәр эш башлар алдынан “Навигатор” сайтында теркәү үтергә тейеш. Ошонда уҡ уҡыусылар ҙа, теркәү үтеп, сертификат ала.

– Мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәле нисек?

– Махсус комиссия, 6-14 августа белем биреү ойошмаларын ҡарап сыҡҡандан һуң, барыһының да яңы уҡыу йылында балаларҙы ҡабул итеүгә әҙер икәнлеген билдәләне. Ремонтты сифатлы һәм үҙ ваҡытында атҡарып сығыуға “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” кеүек программалар ҙа булышлыҡ итте. Күп мәктәптәрҙә яңы тәҙрәләр ҡуйылды, иҙәндәр яңыртылды, спорт залдары ремонтланылды.

– Биш көнлөк уҡыу системаһына килгәндә...

– Апрель айында башланғыс мәктәп уҡыусылары биш көнлөк уҡыу режимына күсте. 2019-2020 уҡыу йылында иһә райондағы бар мәктәптәр ҙә, алты көнлөк сәғәттәрҙе юғалтмай, ошо система буйынса эшләйәсәк. Тематик шәмбе көндәре уҡыусының ялын ойоштороуға, ижади һәләтен үҫтереүгә, олимпиадаларға әҙерләнеүгә, факультативтар үткәреүгә арналасаҡ. Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, биш көнлөк уҡыу системаһына күсһәк тә, уҡытыусыларҙың эш хаҡы кәмемәйәсәк.

– Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа уҡытыусы белем биреү һәм тәрбиә эшен дөрөҫ ойошторһа, “ата-әсә—уҡыусы—уҡытыусы” өс тағаны ныҡ буласаҡ. Ошо система буйынса балаларға төплө белем биреп, уларҙы рухи яҡтан үҫтереү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырған коллегаларыма ижади уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, һаулыҡ һәм бәхет теләйем.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: