Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июнь 2019, 13:08

Ауыл киләсәге – ир-егеттәр ҡулында

Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙҙа ир-егеттәрҙең тормош дилбегәһен үҙ ҡулдарына алып, тыуған төйәгендәге проблемаларҙы хәл итеүгә дәррәү тотоноуы, уға бар халыҡты йәлеп итеүе ҡыуаныслы күренеш.

Был хәрәкәт айырыуса былтыр көҙ киң ҡолас алды. Бөгөн һәр ауылда тиерлек ир-егеттәр ҡорҙары, ҡоролтайҙар әүҙем эшләй, улар урындағы ауыл биләмәләренә мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә. Шундайҙар араһында Үрге Иҙрис ауылының ир-егеттәр ҡоро айырым урын биләп тора. Рәжәп Мөхитов етәкләгән был ойошма бынан биш йыл элек үк барлыҡҡа килә.

Рәжәп Әширәф улы – бик әүҙем йәмәғәтсе, ул тыуған ауылы өсөн янып-көйөп йәшәгән кеше. Ауыл старостаһы ла, ир-егеттәр ҡоро рәйесе лә, Ҡолсора ауыл биләмәһенең ҡоролтай етәксеһе лә ул. Тап уның эште оҫта ойоштороуы, Үрге Иҙрис ауылы халҡының тырышлығы, әүҙемлеге, дәррәү булыуы арҡаһында бында ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырыла. Был төйәк халҡы кемдәндер ярҙам көтөп ултырмай, ә урындағы мәсьәләләрҙе үҙҙәре хәл итә, аҡсаһын да, ваҡытын да таба. Улар эшләгән эштәр хайран ҡалырлыҡ.

– Беҙ үҙебеҙҙең тормош девизыбыҙ итеп иманлы, динле быуын тәрбиәләү, халыҡ араһында сәләмәт тормош алып барыу, мәҙәниәтебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлауҙы алдыҡ һәм бөгөн ошо юҫыҡта эш алып барабыҙ, – ти Рәжәп Мөхитов. – Динебеҙҙе пропагандалау маҡсатында дини уҡыуҙар ойошторҙоҡ, “Иман нуры” конкурсы үткәреүҙе яйға һалдыҡ. Әле ауыл халҡының көсө менән төҙөлгән мәсетебеҙ гөрләп эшләп тора, имам-хатип Садиҡ Ишмырҙин был тәңгәлдә ҙур тәрбиәүи эш алып бара.

Халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында төрлө спорт саралары ойошторола, унда барыһы ла әүҙем ҡатнаша. Ир-егеттәр ҡороноң көсө менән үҙебеҙҙә спорт залы асып, унда балаларҙы һәм йәштәрҙе милли көрәш серҙәренә өйрәтәбеҙ, башҡа спорт уйындарына йәлеп итәбеҙ. Спорт залы өсөн келәмде, башҡа инвентарҙарҙы үҙебеҙ аҡса йыйып һатып алдыҡ. Бөгөн унда малайҙар һәм йәштәр менән тренер Алмас Исламморатов ихлас шөғөлләнә.

Беҙҙең Үрге Иҙрис – иҫ киткес бай тарихы, арҙаҡлы кешеләре, таланттары менән данлы ауыл. Бөгөн дә милли мәҙәниәтебеҙҙе халыҡҡа еткергән, уны таратыуға тос өлөш индергән таланттарыбыҙ, йәштәребеҙ күп. Ауылыбыҙҙың гармунсылар, бейеү ансамблдәрен бөгөн районда ғына түгел, ә Башҡортостанда ла яҡшы беләләр. Улар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа иң яҡшыларҙан булып таныла.

Ысынлап та, ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштары етерлек Үрге Иҙрис халҡының. Тап ауыл халҡы өс ай эсендә ситтән ярҙам һорамай өр-яңы мәсет төҙөп ултырта, бының өсөн үҙҙәре аҡса йыя, даими өмәләр ойоштора. Ауылды төҙөкләндереү, Һаҡмар буйын таҙартыу бында ғәҙәти күренешкә әүерелгән. Юлдарға ҡырсынташ түшәү, торбалар һалыу, Үрге Иҙристән Темәс заправкалау станцияһына илткән юлды ремонтлауҙы ла халыҡ үҙе атҡарып сыҡҡан. Былтыр Ҡарттар ҡоҙоғо биләмәһе кәртәләп алынып, унда ағастар ултыртылған һәм шунда ауыл һабантуйы үткәрелгән. Ҡыҫыҡ йылғаһы аша бәләкәй күпер ҙә һалынған.

Үрге Иҙристәр ауылды тотоп торған объект – башланғыс мәктәп бинаһын күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай. Балалар белем алған, спорт саралары ла, мәҙәни саралар ҙа ошонда үткән бинаны ремонтлауға улар аҡсаһын да, көсөн дә йәлләмәй. Былтыр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы нигеҙендә ауыл халҡы дәррәү аҡса йыйып, уның тәҙрәләрен яңыртыуға өлгәшкән. Ауыл халҡының ярҙамы, ир-егеттәр көсө менән унда яңы ҡойма ҡуйылған, ҡапҡа эшләнгән, тупһаһы яңыртылған.

Бөгөн бында ауыл зыяратын профнастил менән кәртәләүгә тотондолар. Был йүнәлештә лә эш әүҙем бара: халыҡтан, спонсорҙарҙан аҡса йыйыла, ир-егеттәр эшкә әүҙем керешә. Әмир Сәғәҙиев, Илфат Халиҡов, Алмас Исламморатов, Илһам Айытбаев – барлыҡ эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашыусы, башлап йөрөүселәр.

Үткән аҙна аҙағында райондың ҡоролтай һәм ир-егеттәр ҡорҙары рәйестәренең тап Үрге Иҙрис ауылына йыйылыуы ла тикмәгә түгел ине. Йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә улар тәжрибәһен өйрәтеү, ауылдарыбыҙ проблемаларын уртаға һалып тикшереүҙе төп бурыс итеп ҡуйҙы был семинар һәм үҙ маҡсатына иреште. Уның менән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов етәкселек итте.

Ҡорҙа ҡатнашыусылар тәүҙә Үрге Иҙрис ауылында булып, ир-егеттәр, халыҡ башҡарған эштәр менән яҡындан танышты, уға юғары баһа бирҙе. Артабан Түбәнге Иҙрис ауылы клубында ойошторолған халыҡ кәсептәре, ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡараны. Ҡолсоранан йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән Бүләк менән Рамил Мөхәмәтйәновтар, Муллаҡайҙан икмәк ризыҡтары бешереү цехы асҡан Гөлназ менән Вәхит Нурасовтар, Ҡолсоранан ҡул эштәре, балаҫ һуғыу менән булышҡан Айһылыу Сыңғыҙова, Үрге Иҙристән Зөлфиә Йосопова менән Миңниса Халиҡова етештергән продукция халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Һуңынан ҡоролтай һәм ир-егеттәр ҡоро рәйестәренең йыйыны үткәрелде. Тәүҙә Ҡолсора ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында биләмә башлығы Фирүзә Арғынбаева сығыш яһаны. Ул ауылдарҙың социаль инфраструктураһын үҫтереүҙә ир-егеттәрҙең, депутаттарҙың, старосталарҙың, халыҡтың роле ҙур булыуын билдәләне.

Райондың ир-егеттәр ҡоро рәйесе Илгиз Йәнбирҙин йәмәғәт ойошмаһы башҡарған эштәргә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, алда торған бурыстарға туҡталды. Уның билдәләүенсә, бөгөн һәр ауыл биләмәһендә ир-егеттәр ҡорҙары бар, улар әүҙем эш алып бара.

Әйтергә кәрәк, йыйында халҡыбыҙҙы борсоуға һалған киҫкен проблемалар күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары эҙләнде. Ир-егеттәр һәм ҡоролтай рәйестәре юлдарҙы ремонтлау, яңы эш урындары булдырыу, спорт залдары асыу һәм уларға штат бүлеү, эш башлаусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, биләмәләрҙе янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин итеү, эскелеккә ҡаршы көрәш кеүек актуаль мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.

Ҡоролтай һәм ир-егеттәр хәрәкәтендә иң әүҙем эш алып барғандарға район хакимиәтенең һәм Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Һөйләшеүҙә район халҡына мөрәжәғәт ҡабул ителде.

Райондың Ҡоролтай етәксеһе Ришат Ишембәтов йыйынды йомғаҡлау сығышында йәмәғәт ойошмаларының милләтте һаҡлау һәм үҫтереүҙәге ролен айырым һыҙыҡ өҫтөнә алып, улар халыҡты әйҙәүсе, яңы эштәргә рухландырыусы төп көс булырға тейеш, тип билдәләне.
Читайте нас: