Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Июнь 2019, 14:05

Буласаҡ һалдаттар йыйыны

Һалдат бутҡаһын тәмләп, ил һаҡсы һының иңенә төшкән бурыстарҙы үтәп ҡарау... Йыл да Бәхтигәрәй ауылы янында, хозур тәбиғәт ҡосағында юғары класс уҡыусылары, яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт колледжы егеттәре бына шундай һынау үтә.


Хәрби-ялан йыйынына был юлы өс йөҙ самаһы буласаҡ һалдаттар йыйылды. Үҙенсәлекле сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев егеттәргә тормоштарында осраған һәр һынауҙы лайыҡлы күтәрергә һәм үткәрергә, физик һәм рухи яҡтан ныҡ булырға, Ватан һаҡсыһы исеменә тап төшөрмәҫкә өндәне. Баймаҡ егеттәрен был йәһәттән тик яҡшы яҡтан билдәләргә кәрәк. Сөнки улар хеҙмәт иткән ерҙән һәр саҡ Рәхмәт хаттары ғына килә. Үҙҙәрен һалдат итеп хис иткән егеттәр төрлө ярышта көс һынашты, һуғыш алымдарына, сафта йөрөргә өйрәнде, ә киске усаҡ янында гитара моңо һәм күңелле йырҙар яңғыраны.
Читайте нас: