Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июнь 2019, 14:25

Бәхетле бала саҡ иле

Салауат Юлаев исемендәге паркта балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата матур бер сара булды.

Уны мәғариф бүлеге менән бер рәттән ата-әсәләр советы, атайҙар ҡоро, өҫтәмә белем биреү учреждениелары, “Ғаилә”, “Өмөт” клубтары, йәштәр бүлеге, инвалидтар ойошмаһы үткәрҙе.
Кескәй ҡунаҡтарҙы балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре сағыу концерт номерҙары менән ҡаршы алды. Унан сараны асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина балаларҙы тәбрикләне. Иҫәнлек-һаулыҡ, уңышлы киләсәк теләне ул.
Был көн парк балалар донъяһын сағылдыра ине. Бәләкәстәр өсөн “Көршәк ватыу”, “Яулыҡ менән уйнау”, “Уҡтан атыу” кеүек һ.б. уйындар ойошторолдо. Шулай ҙа “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсы барған бәләкәй генә сәхнәлә балалар күберәк йыйылған ине. Улар йырлап та, бейеп тә, шиғыр һөйләп тә, музыка ҡоралында уйнап та күрһәтергә ашыҡтылар.
“Ғаилә” клубы хеҙмәткәрҙәре кескәйҙәргә гофрировкалы ҡағыҙҙан сәскәләр, театр битлектәре, бармаҡ менән уйнай торған театр һ.б. эшләргә өйрәтте. Химиктар өсөн дә айырым майҙансыҡ булдырылған ине. Улар төрлө тәжрибәләр эшләп ҡаранылар. Мәҫәлән, хромотография, “йүгерек теш таяҡсалары”. Ял итеү өсөн ҡом терапияһы, һыуҙа һүрәт төшөрөү кеүек күнекмәләр ҙә үткәрелде.
Инвалидтар ойошмаһы ла был байрамдан ситтә ҡалманы. Улар “Балалар һабантуйы” үткәрҙе. Һабантуй булғас милли ярыштар, төрлө конкурстар, өҫтәл уйындары ла булды.
Ҡаланың 4-се лицейындағы “Нурлы” клубы “Оло быуын кешеләренең ғаиләләге йолаларҙы һаҡлап ҡалыуҙағы роле” тип аталған сара үткәрҙе. Килгән ҡунаҡтарға улар бәйләү, милли кейем тегеү, милли аш-һыу әҙерләүгә бәйле йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәттеләр.
Йәштәр бүлеге иһә өлкәнерәк балаларҙы һайлап алды һәм уйын формаһындағы тренинг үткәрҙе. Бында үҫмерҙәрҙә бер-береһе менән иркен аралашыу мөмкинлеге бирелде.
Нисек кенә булмаһын, был саранан һәр бала үҙенә яңы маҡсаттар, кәйеф күтәренкелеге алып ҡайтты, тип әйтергә лә була.
Читайте нас: