Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Май 2019, 12:04

“Әйләнәбеҙ парланышып, баласаҡтың һуңғы вальсы...”

...Йәшлек, хыял, йыр-моң, вальс, ҡояш, теләктәр һәм... Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙаны. Был көндө беренсе тапҡыр ҡала мәктәптәре сығарылыш уҡыусыларының балы ойошторолдо.

...Йәшлек, хыял, йыр-моң, вальс, ҡояш, теләктәр һәм... Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙаны. Был көндө беренсе тапҡыр ҡала мәктәптәре сығарылыш уҡыусыларының балы ойошторолдо.
Быйыл ҡаланан 159 уҡыусы мәктәпте тамамлай. Сығарылыш уҡыусылары балы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған ине. Шунлыҡтан үҙәк майҙанға 100 пар вальсҡа төштө.
- Киләсәгегеҙ яҡты булһын, туған мәктәбегеҙҙе, уҡытыусыларығыҙҙы онотмағыҙ, - тине район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев улар алдында сығыш яһап .- Белемле белгестәр булып, районыбыҙға ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле йәштәр!
Уҡыусылар “Беҙҙең бөтә хыялдар ҙа тормошҡа ашһын!” флешмобын башҡарып, иң изге теләктәрен бергә тупланы. Һуңынан улар вальста әйләнде, баласаҡтың һуңғы вальсына төштөләр...
Һәм бына һуңғы ҡыңғырау... Сығарылыш уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтихандары уңышлы тапшырып, уҡыу йорттарына инеп, районыбыҙға кәрәкле белгестәр булып ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Читайте нас: