Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Май 2019, 11:38

Башҡорт телендә яҙабыҙ!

"Иң ҡыҙыҡлы эштәрҙең береһе — Радий Хәбировтың диктанты. Туған телендә оҙаҡ аралашмаһа ла, Радий Фәрит улы насар яҙмаған. Ул диктантта ҡатнашыусыларҙың күпселегенә хас бер нисә орфографик хата ебәргән, — тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова. — Был — һәйбәт һөҙөмтә һәм диктантта “бишле” билдәһен алғандарға ғорурланырлыҡ өсөн сәбәп һәм “өслө” алғандарға тырышыу өсөн этәргес. Хәйер, һәр кем насар билдәләрҙе төҙәтеү мөмкинлегенә эйә: халыҡ-ара диктант йыл һайын үткәрелә. Киләһенә әҙерләнергә ваҡыт бар”.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә бар Башҡортостанда башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторолдо. Быйыл Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тәҡдиме менән диктант тәүге тапҡыр халыҡ-ара статусында уҙҙы. Тәүҙә ойоштороусылар акцияла Рәсәйҙән, Ҡаҙағстандан, Канаданан, Төркиәнән, АҠШ-тан, Франциянан, Германиянан, Бөйөк Британиянан, Швейцариянан, Польшанан, Испаниянан, Италиянан, Швециянан 20 меңләп кеше ҡатнашасағын күҙаллағайны. Һөҙөмтә көтөлгәндән дә юғарыраҡ булды.
”Иң ҡыҙыҡлы эштәрҙең береһе — Радий Хәбировтың диктанты. Туған телендә оҙаҡ аралашмаһа ла, Радий Фәрит улы насар яҙмаған. Ул диктантта ҡатнашыусыларҙың күпселегенә хас бер нисә орфографик хата ебәргән, — тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова. — Был — һәйбәт һөҙөмтә һәм диктантта “бишле” билдәһен алғандарға ғорурланырлыҡ өсөн сәбәп һәм “өслө” алғандарға тырышыу өсөн этәргес. Хәйер, һәр кем насар билдәләрҙе төҙәтеү мөмкинлегенә эйә: халыҡ-ара диктант йыл һайын үткәрелә. Киләһенә әҙерләнергә ваҡыт бар”.
“Беҙҙең менән бергә башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты төрлө илдәрҙәге милләттәштәребеҙ ҙә яҙҙы. Ҡоролтайҙың Краснодар, Сорғот, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы һәм Татарстан Республикаһындағы урындағы бүлексәләре лә әүҙем ҡатнашты, — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин. — Диктанттан һуң Европала, Төркиәлә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар менән видеоконференция ойошторҙоҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлекте һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерҙек”.
Баймак ҡалаһы һәм районында ла башҡорт теленән диктант яҙыу юғары кимәлдә ойошторолдо. Күп ауылда халыҡ был сараға милли кейемдә килде, бар ерҙә музыка яңғыраны. Беҙ диктантты лицей-интернатта яҙҙыҡ. Был уҡыу йортоноң, район мәғариф бүлеге етәкселегенең, хеҙмәткәрҙәренең сараға яуаплы ҡарашы һиҙелеп тора ине. Сара диктант яҙырға йыйылған кешеләрҙең “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән башланды. “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” тигән девиз менән теләге булған һәр кем диктант барышында үҙенең белем кимәлен билдәләне. Диктантты мәғариф бүлеге мөдире Илдус Зәйнуллин, урындағы ҡоролтай рәйесе Ришат Ишембәтов яҙҙырҙы. Онлайн режимында иһә республиканың билдәле шәхестәре Ростислав Мырҙағолов менән Хөрмәт Үтәшев уҡыны. Тулҡынлана - тулҡынлана яҙған диктанттарыбыҙҙың һөҙөмтәһе бик яҡшы булыуы һөйөндөрҙө. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминевтың да парта артына ултырып, ҡулына ручка алыуы үҙенсәлекле булды. Район етәксеһе лә диктантты яҡшы яҙған. Ошо мәшәҡәтле һәм яуаплы эште атҡарып сыҡҡан мәғариф хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Башҡорт теленән региональ диктант 2015 йылдан башҡорт дәүләт университетында үткәрелеп килде. 2019 йылда был сара халыҡ-ара статусын алды. Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.
Гүзәл Иҫәнгилдина.

Читайте нас: