Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Май 2019, 18:03

“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә”

Темәстә Урал аръяғы райондарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк конференцияһы уҙғарылды. Унда Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Учалы райондарынан, Сибай һәм Межгорье ҡалаларынан 126 делегат ҡатнашты.

Темәс ауылының мәҙәниәт йортона ингән саҡта тап ошо йыр яңғырай ине. Райондың барлыҡ башҡорт теле уҡытыусылары ошо рәүешле флеш-моб башҡара ине. Хайран ҡалып тыңлап торҙом. Баҡһаң, был әле әҙерлек кенә булған икән. Улар ошолай килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнә ине.
Күптән түгел 10-12 апрелдә баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы булып үтте. Ошоға яуап рәүешендә Темәстә Урал аръяғы райондарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк конференцияһы уҙғарылды. Унда Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Учалы райондарынан, Сибай һәм Межгорье ҡалаларынан 126 делегат ҡатнашты. Улар араһында тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, мәктәп директорҙары, мәғариф бүлеге методистары, ата-әсәләр комитеты вәкилдәре, ҡоролтай ағзалары бар ине. Ә пленар өлөшкә урындағы мәктәптәрҙән тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, директорҙар, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре ҡушылды. Әйткәндәй, бындай конференциялар һәр төбәктә лә уҙғарыласаҡ һәм ул 16 майға тиклем дауам итә.
Оло сара Темәс мәктәбендә башланып китте. Килгән делегаттарҙы мәктәп уҡыусылары ил-телгә арналған йырлы-моңло композиция менән ҡаршы алды. Унан ҡурайсы һәм ҡумыҙсы балаларҙан теҙелгән коридор аша үттеләр. Мәғариф бүлеге начальнигы И.Зәйнуллин эш программаһы менән таныштырып үтте. Программаға ярашлы дүрт дискуссия майҙансығы эшләне. Баймаҡтар үҙ майҙансығын “Урал аръяғы зонаһы белем биреү учреждениеларында “БР милли мәғарифы концепцияһы”н тормошҡа ашырыу юлдары”, тип атаны.
Делегаттар шулай уҡ Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәстең тарихи урындарында булып үттеләр. “Тарих һәм туған яҡты өйрәнеү” музейы ҡаршыһында торған Ә.З. Вәлиди-Туған бюсына сәскәләр һалдылар.
Конференцияның икенсе өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында килгән ҡунаҡтарҙы һәм делегаттарҙы район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән ҡаршы алды. Моңло һәм дәртле флеш-мобҡа РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, БР мәғариф министрлығы милли мәғариф, регион-ара хеҙмәттәшлек һәм дәрес нәшер итеү бүлеге начальнигы Розалия Сафиуллина, БР мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса республика ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин да ҡушылды.
Конференцияның пленар өлөшөн асып, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев: “Баймаҡ районы ауыҙ-тел ижадына бай төбәк. Юҡҡа ғына “Урал батыр” эпосын тап беҙҙә яҙып алмағандар”, -- тине һәм уңыштар теләне.
РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙ сығышында залда ултырған тамашасыларҙың күпселеге ҡатын-ҡыҙҙар булыуына иғтибар итте. “Был тәбиғи, беҙҙең киләсәгебеҙ булған балаларҙы ла бит күберәк ҡатын-ҡыҙ затынан булған Әсә тәрбиәләй”, -- тине. Шулай уҡ Зариф Зәкир улы “Телдәрҙе өйрәнеү буйынса закон проекты” тураһында ла һөйләп үтте. “Беҙҙең халҡыбыҙ үҙен ташландыҡ кеүек тойорға тейеш түгел. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә әсә телен өйрәнеүгә уларҙың тулы хоҡуғы бар. Беҙ, шулай, Силәбегә барып, башҡорт телен уҡытыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ”, -- тине. З.Байғусҡаров шулай уҡ сығышында милли мәктәптәр, унда милли телдә уҡытыу мәсьәләләренә лә туҡталды. Ҡалабыҙҙың Көньяҡ биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан мәктәпкә “Лингвистик мәктәбе” статусы бирергә лә тәҡдим итте. Сығышын тамамлап, Урал арьяғы мәғариф системаһында эшләгән юғары уңышҡа өлгәшкән хеҙмәткәрҙәргә “Рәхмәт хаты” ла тапшырып үтте.
БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина сығышында: “Баланың киләсәге ата-әсә тәрбиәһенә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгелдер. Ул өлгө булырҙай уҡытыусынан тора. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ! Беҙҙең төп көс – берҙәмлектә”, -- тине. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы үҙ эше алдынғыларын Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләп үтте.
БР мәғариф министрлығы милли мәғариф, регион-ара хеҙмәттәшлек һәм дәрес нәшер итеү бүлеге начальнигы Розалия Сафиуллина күберәк осраған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары, эшләнәһе эштәр тураһында һөйләне. “Киләсәктә республикала 2000-ләп лингвистик гимназия асылыуы көтөлә”, -- тип һөйөнөслө яңылыҡ менән дә уртаҡлашты.
БР мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса республика ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова яңы асылған бүлек менән таныштырҙы. Уның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләп үтте.
Нисек кенә булмаһын, бындай конференциянан һәр делегат үҙенә иртәнге көнгә заман талабына яуап бирерҙәй аныҡ маҡсаттар, рухи байлыҡ алып ҡайтты. Киләсәктә туған телебеҙҙә һөйләшкән кешеләрҙе башҡорт теле дәрестәрендә генә түгел, урамда ла ишетергә яҙһын.
Эльмира Кейекҡужина.

Читайте нас: