Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2019, 02:59

Сәхнәләге йондоҙҙар

Аллы-гөллө кейенеп сәхнәгә сыҡҡан уҡыусы балаларҙан да матурыраҡ күренеш бармы икән? “Йондоҙҙар парады – 2019” сараһына килгәндәр тап шундай мөғжизәгә юлыҡты ла инде. Күктән түгел, ерҙән күккә атылған йондоҙҙарҙы хәтерләтә ине уҡыусылар.

Аллы-гөллө кейенеп сәхнәгә сыҡҡан уҡыусы балаларҙан да матурыраҡ күренеш бармы икән? “Йондоҙҙар парады – 2019” сараһына килгәндәр тап шундай мөғжизәгә юлыҡты ла инде. Күктән түгел, ерҙән күккә атылған йондоҙҙарҙы хәтерләтә ине уҡыусылар.
Хәҙер инде йолаға әйләнгән был сарала бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, Кесе фәндәр академияһының ғилми эҙләнеү эштәре конкурстарында, спорт ярыштарында, төрлө турнирҙарҙа, чемпионаттарҙа еңеүселәр һәм призлы урын алғандар, чемпион титулына эйә булғандар ҡатнашты. Һәләтле һәм уңған 208 уҡыусы менән уларҙы һәр саҡ әйҙәп барған 74 уҡытыусы һәм тренер халыҡ ижады үҙәге сәхнәһе түренән урын алды.
Тантананы мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә. Зәйнуллин асып, тап ошо өлкәлә яуланған үрҙәр, уңыштар тураһында һөйләне. “Уҙған йыл Бөтә Рәсәй олимпиадаларының республика кимәлендә 19 призлы урын яулаһаҡ, быйыл ул һан 30-ға етте”, -- тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Район уңғандарын район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев та тәбрикләне. “Хөрмәтле уҡытыусылар, тренерҙар һәм уҡыусылар! Беҙ һеҙҙең артығыҙҙан түгел, янығыҙҙан барырға тейешбеҙ. Тап шул саҡта беҙ яҡшыраҡ булдырырбыҙ!” -- тине.
Уҡыусыларҙы шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина ҡотлап: “Был уңыштар уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың дөйөм уңышы. Ошондай уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәт”, -- тине. Райондың муниципаль район Советы рәйесе Динара Сәйғәфәрова, мәғариф өлкәһе ветерандары Мәғәзура Баязитова менән Көнһылыу Әхмәтова балаларға, уларҙың етәкселәренә уңыштар теләне.
Киләсәктә сәхнәләге был бәләкәс “йондоҙҙарға” тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға яҙһын.
Читайте нас: