Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Апрель 2019, 11:19

“Мин үҫкәс космонавт булам”

Малайҙарҙың һәр ҡайһыһы ла бәләкәй генә саҡтан ата-әсәһенән самолет һатып алыуын һорайҙыр ул. Ә бына уны үҙ ҡулдары менән эшләп ҡарау, эшләү генә түгел, күккә осороу – ул балалар өсөн үҙе үк бәхет!

Малайҙарҙың һәр ҡайһыһы ла бәләкәй генә саҡтан ата-әсәһенән самолет һатып алыуын һорайҙыр ул. Ә бына уны үҙ ҡулдары менән эшләп ҡарау, эшләү генә түгел, күккә осороу – ул балалар өсөн үҙе үк бәхет!
Ҡалабыҙҙа уҙған аҙнала ракета моделләштереү буйынса турнир булып үтте. Унда йәш техниктар станцияһында һәм мәктәптәрҙә махсус түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән малайҙар үҙ ҡулдары менән яһаған самолет-ракеталарының ҡеүәтен һынап ҡараны.
Әйтеүе генә. Ә бына һеҙ бер юлы ҡырҡлаған ракета, самолеттарҙың күккә күтәрелгәнен күргәнегеҙ бармы? Матур, ҡыҙыҡлы күренеш...
Конкурсанттарҙың эштәре төрлө йүнәлешкә бүленеп ҡаралды. “Катапульталы ракета” йүнәлешендә призлы урындарҙы ҡаланың 2-се мәктәбенән Тимур Абдуллин, Радмир Хәсанов (етәкселәре – Н.Садыҡов), Арсен Ғәҙелшин (етәксеһе – Р.Солтанова), 3-сө мәктәптән Ильмир Азаматов (етәксеһе – Ю.Азаматов) бүлеште. “Һыу-һауа ракетаһы” йүнәлешендә 2-се мәктәптән Данил Аҡсурин, Арыҫлан Солтанов (етәкселәре – Р.Солтанова) һәм Марат Абдуллин (етәксеһе – Н.Садыҡов) еңеп сыҡты. “Оҙаҡ осоусы S3А модель класындағы ракета” йүнәлешендә 1-се мәктәптән Дәүләтбай Дәүләтбаев, Юлдаш Хәсәнов (етәкселәре – Н.Үҙәнбаев), Айдар Муталлапов (етәксеһе – Б.Ишкинин) алдынғылыҡты бирмәне.
Йәш техниктар станцияһы ДОСААФ менән берлектә үткәрелгән сара был балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр әле.
Читайте нас: