Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Апрель 2019, 18:53

Балалар баҡсаһы менән мәктәп араһында тығыҙ бәйләнеш

Октябрь айында Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәп уҡытыусылары һәм “Күбәләк” балалар баҡсаһы сығарылыш балалары ата-әсәләренең йыйылышы булып уҙҙы. Шулай уҡ Башҡортостандың тыуған көнөнә арнап мәктәпкәсә әҙерлек башҡорт төркөмө балаларының матур сараһына 2-се мәктәп уҡыусылары ла ҡунаҡҡа саҡырылды.

Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары Федераль дәүләт белем биреү стандартын ғәмәлгә ашырыу буйынса төрлө эштәр алып баралар. Балалар баҡсаһына йөрөүсе һәм мәктәптә уҡыусы балалар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу төп маҡсат итеп алына. Һәм инде, балалар баҡсаһындағы сығарылыш балаларының артабан мәктәптә уларҙың уҡыуҙы дауам итеүҙәре бурыс итеп ҡуйыла.


Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бергә эшләгәндә һәм балалар баҡсаһы менән башланғыс мәктәп араһында тығыҙ элемтә булғанда ғына, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығып була. Сөнки, балалар баҡсаһы һәм мәктәп белем биреүҙең бер үк йүнәлештә эшләүсе ике сиктәш быуыны.

Шуға күрә уҡыу йылы башында уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр менән берлектә бәйләнешлек планы төҙөп эш планы булдырылды. Балалар баҡсаһының тәрбиәселәре, музыка етәкселәре һәм уҡытыусыларҙың эш тәжрибәләрен уртаҡлашҡан кәңәшмәләр, йыйылыштар уҙғарылды.


Октябрь айында Баймаҡ 2-се һанлы урта мәктәп уҡытыусылары һәм “Күбәләк” балалар баҡсаһы сығарылыш балалары ата-әсәләренең йыйылышы булып уҙҙы. Шулай уҡ Башҡортостандың тыуған көнөнә арнап мәктәпкәсә әҙерлек башҡорт төркөмө балаларының матур сараһына 2-се мәктәп уҡыусылары ла ҡунаҡҡа саҡырылды.Тәрбиәсе Оморҙаҡова Эльвира Урал ҡыҙы һәм музыка етәксеһе Басира Кинйәғәле ҡыҙы Торсонбаева әҙерләгән дәртле йырҙар, Башҡортостанды данлаған матур шиғырҙар, күңелле уйындар барыһының да күңеленә хуш килде. Мәктәптән килгән уҡыусылар ҙа буш ҡул менән килмәнеләр. Диана Халиҡованың йырын, Мансур Ыласыновтың бейеүен, Динислам Хасановтың шиғырын, Мәлик Вәлиевтың ҡурайҙа уйнаған дәртле көйҙәрен балалар ҙур алҡыштарға күмделәр. Ә Зилә Зәбир ҡыҙы Әлмөхәмәтова мәктәптәге төрлө түңәрәктәр, үткәрелгән саралар тураһында һөйләп мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балаларын ҡыҙыҡһындырҙы.


Февраль айында “Күбәләк” балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек башҡорт төркөмө балалары менән 2-се һанлы мәктәбенә барып “Уйынға сыҡтыҡ әле” девизы аҫтында башҡорт халыҡ уйыны “Буяу һатыш” уйынын сәхнәләштерҙек, балалар бик ихлас уйнанылар. Уйындан һуң беренсе класс уҡыусылары Зинира Ҡарасурина, Азалия Нәҙербаева үҙҙәренең дәртле йырҙары менән һөйөндөрһә,ә малайҙар һәм балалар баҡсаһы малайҙары менән берлектә бик матур итеп йыр башҡарҙылар. Ә һуңынан инде матур итеп бөтәһе бергә башҡорт халыҡ уйыны “Тирмә” уйынын уйнап, балалар бик ҡыуандылар.


Сөнки, уйындар хаҡында һүҙ сыҡҡанда йыш ишетелгән яуап: «Хәҙер балалар уйнамай, бала-сағаны компьютерҙан айырып булмай!» Ә уйын балаларҙың үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Меңәр йылдар буйына ҡалыпҡа һалынып, һаҡланып килгән милли уйындар аша балалар донъяны үҙ халҡына, ерлегенә генә хас булғанса тойорға, ҡабул итергә өйрәнә. Ә заманға яраҡлашабыҙ тип, бик күп хазиналарыбыҙ: йолаларыбыҙ, башҡорт халыҡ милли уйындарыбыҙ, телебеҙ онотолоп бара. Шуның өсөн беҙҙең бурысыбыҙ: йолаларыбыҙҙы, телебеҙҙе, башҡорт халыҡ уйындарыбыҙҙы тергеҙеү һәм һаҡлап алып ҡалыу.

Ә инде бындай уйындар аша балаларҙа етеҙлек, сослыҡ, өлгөрлөк, иғтибарлылыҡ, активлыҡ, ойоштороусанлыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары үҫә һәм баланың һүҙгә йорлоғо, ижади һәләтлелеге тәрбиәләнә.

Бындай бәйләнеш киләсәктә артабан да дауам итәсәк.

З.Әлмөхәмәтова,

2-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы.
Читайте нас: