Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Март 2019, 13:17

Гүзәл заттар - тормош биҙәге

Баймаҡ лицей-интернатының 7а класында "Гүзәл заттар - тормош биҙәге" исемле сара үткәрҙек.

Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, ойоп ятҡан йөрәктәребеҙҙе елкендереп яҙ килгәндә беҙ ҙә ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләр өсөн Баймаҡ лицей-интернатының 7 "А" класында "Гүзәл заттар - тормош биҙәге" исемле сара үткәрҙек. "Һалҡын ҡыштан һуң йылы, наҙлы, ҡояшлы март айы күңелдәрҙе иркәләп тормошобоҙға йәм өҫтәп ебәргәндәй була"- тип әсәләр байрамға ихлас килделәр.
Сата бик матур үттҽ. Шиғыр, бейеү, йырҙар менән һуғарылған тантанала уйындары ла булды. Барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Йырҙа йырланғанса, "Әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа шат булдылар".
Афарин! Именлек-һаулыҡ ҡына теләп ҡалдылар. Ниндәй генә сара үткәрһәк тә ата-әсәләр әүҙемлектәре, дәррәүлектәре, ихласлыҡтары менән хайран ҡалдыралар. Береһенән-береһе гүзәл әсәләр балаларҙың сығыштарын ҡарап, уйындарҙа ҡатнашып, уҡыусыларыбыҙҙың күңелдәрен күреп, уларға ҡарап ғорурланып, үҙҙәренә дәрт өҫтәп ҡайттылар. Донья мәшәҡәттәрегеҙҙе ситкә ҡалдырып, ваҡыт табып, килеп сарала ҡатнашыуығыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ, хөрмәтле ата-әсәләр!
Нәсимә Азаматова.
Баймаҡ лицей-интернаты.
Читайте нас: