Мәҫәлән, Зилаир районы Яманһаҙ ауылынан килгән Ришат Минниғәле улы Байегетов - Чечня һуғышында ҡатнашҡан һуғыш ветераны, ауыл советы депутаты. Ул балаларға: "Ауырлыҡтарға бирешмәгеҙ. Бының өсөн яҡшы уҡығыҙ, тәртипле булығыҙ. Бер-беребеҙҙе ихтирам итегеҙ, үҙ өҫтөгөҙҙә эшләгеҙ. Үрҙәр яулар кәрәк, шул ваҡытта ғына һин өлгөлө, балаңа терәк булырлыҡ атай, ғаилә башлығы була алаң", -- тине.
Темәс ауылына Юлдаш Марат улын Байрамғолов өҫтәп: "Балаларға, айырыуса малайҙарға кәңәштәребеҙҙе йәлләмәй биреп, тормош ауырлыҡтарын йырып сығырға өйрәтер кәрәк. Һәр кемдең ниндәй ҙә булһа оҫталығы бар. Тап шул яҡтан тормошто алып китә алырлыҡһәләтен асырға өйрәтәбеҙ. Әлегә шулай итеп беҙгә арҡаланып йәшәйҙәр", тине.
Ә Мәмбәт ауылынан Мәүлетдин Йомабай улы Йәнтүрин: "Ауыл тормошо эштәренә өйрәтәбеҙ, тоғролоҡ, эшһөйәрлек тәрбиәләйбеҙ. Ғаилә теүәл, терәлерлек кешегеҙ булғанда йәшәү еңелерәк икәнен аңлағыҙ", -- тине.
Ә инде Бөрйән Йылғанан Сәлимйән Хәкимйән улы Ульябаев: "Тормоштоң ҡәҙерен белеп, арҡаланырлыҡ кешегеҙ булғанда тырышып уҡығыҙ, һәр сарала ҡатнашып, тәртипле, аҡыллы балалар булығыҙ. Әсәй кеше өй эштәренә өйрәтһә, ҡыҙ бала менән серләшһә, атай ир балаға кәңәш бирә, уртаҡ һүҙҙәре була, барына өйрәтә. Әсәнән күргән - тун бесер, атанан күргән - уҡ юныр", - тип тамамланы һүҙен.
Сара һөйләшеүҙә генә ҡоролманы, йыр, бейеү менән дә байытылды. Был фәһемле осрашыуҙан балалар бик күп мәғлүмәт алдылар. Бергәләп һөйләшеүҙән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Ә бит тоғролоҡ, дөрөҫлөк, иғтибарлылыҡ, тәртибе булған сифаттар бер бәләкәй генә ҡояшҡа тиң.