Һаҡмар
-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Март 2019, 12:25
Иҫке СИбайҙан – СИбайға
Иҫке Сибай ауылындағы мәктәптең проблемаһы тураһында гәзитебеҙ биттәрендә яҙылғаны бар ине. Авария хәлендәге мәктәпте 1 марттан яптылар. Ата-әсәләр, мәктәп коллективы менән бик оҙаҡ фекер алышҡандан һуң, проблеманан сығыу юлы табылды.
Башланғыс класс уҡыусыларын уҡытыу өсөн ауылда бина табылды. Улар урындағы балалар баҡсаһында, сәнғәт мәктәбендә, мәҙәниәт йортонда белем алыуын дауам итә. туҡланыу мәсьәләһе лә хәл ителгән. Ә бына 5-11-се кластар Сибай ҡалаһының 14-се мәктәбенә йөрөп уҡый башланы. Уларҙың 94-е – беренсе, ә 96-һы икенсе сменала уҡый. Иҫке сибайҙар өсөн мәктәптең буш торған өсөнсө ҡаты бүлеп бирелгән.
Уҡыусыларҙы Сибай ҡалаһына барлығы биш мәктәп автобусы алып йөрөй. Әйткәндәй, автобустың һәр ҡайһыһында балаларҙың исемлеге, исем янына урын һаны ла беркетеп ҡуйылған. Хатта портфелдәрҙе һалыу өсөн айырым кәштәһе лә бар. “Ҡурҡытмаймы яңы мәктәп?” – тип һорайбыҙ. “Юҡ, унда бит үҙебеҙҙең уҡытыусылар уҡыта”, – тип көлөп яуап бирҙе уҡыусылар.
Иҫке Сибай мәктәбе ябылһа ла, бындағы коллектив эшһеҙ тороп ҡалманы. уҡытыусылар, иҙән йыуыусылар, хатта ашнаҡсылар эш менән тәьмин ителде. ауылда яңы мәктәп төҙөлөп бөткәнсе уҡыусыларҙың, бында эшләүсе коллективтың ошондай оптимистик рухы һынмаһын, тип теләйек.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде