Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
26 Июня 2018, 06:20
Миҙалсылар тәбрикләнде
Беренсе кластан алып 11-сене тамамлағансы уҡыусылар төплө белем алып ҡына ҡалмай, тормошҡа ла өйрәнә. Мәктәптәге уҡытыусылар, яҡын дуҫтары, класташтары икенсе ғаиләһе кеүек булып китә.
Уҙған шәмбелә районыбыҙҙың 11-се класты тик “бишле” билдәләренә генә тамамлаған, мәктәп, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан 39 уҡыусы мәғариф бүлегенең тамашалар залына йыйылды. Был ҡыҙҙар һәм егеттәргә ҡыҙыл төҫтәге аттестат менән миҙалдар тапшырылды.
Сара уҡыусы балаларҙың күңелле йыры менән башланып китте. Унан һүҙ мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Әдиф улы Зәйнуллинға бирелде. “Быйыл миҙал алыусы уҡыусыларыбыҙ мәктәп, район кимәлендә генә түгел, республикала ла еңеүҙәр яуланы. Шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарында ла юғары күрһәткестәргә өлгәштеләр. Был балаларҙы әҙерләгән мәктәп етәкселегенә, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәтем ҙур. Уҡыусылар, һеҙгә тормошта үҙ урынығыҙҙы табырға яҙһын”, – тине ул.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Камил ҡыҙы Сирғәлина быйыл миҙалсылар араһында Аҡморон, Өмөтбай, Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Ҡолсора, Иҫке Сибай, Төркмән, Йомаш, Ярат ауыл мәктәптәренән күпләп булыуына һөйөндө. Уҡытыусылар һәм ата-әсәләргә айырым рәхмәтен белдерҙе һәм уҡыусыларҙың лайыҡлы белем алып, яңы идеялар менән районға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Артабан уҡыусыларға “бишле” билдәләре менән аттестат һәм миҙалдар тапшырып үтте.
Уҡыусыларға артабан да тик уңыштар ғына йылмайһын. Тормош юлдарында тик яҡшы кешеләр осрап, үҙҙәре теләгән уҡыу йортона инеп, ҡыҙыл дипломлы белгестәр булырға яҙһын.
Эльмира Харисова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"