Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Декабрь 2016, 18:19

Быйылғы БДИ үҙгәрештәре хаҡында

2017 йылда БДИ ике этапта үтә – алдан һәм ваҡытында тапшырыла. Уның үҙенсәлектәрен белеү ниәте менән мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Әдиф улы Зәйнуллинға мөрәжәғәт иттек.

– Алдағы йылдарҙағы кеүек, быйыл да сығарылыш уҡыусылары аттестат алыу өсөн рус теленән һәм математиканан мотлаҡ имтихан тапшыра. Башҡа предметтарҙан БДИ-ны ирекле рәүештә бирә. Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу өсөн ғариза 2017 йылдың 1 февраленә тиклем ҡабул ителә. Ағымдағы уҡыу йылындағы сығарылыш уҡыусылары ғаризаны үҙҙәре белем алған мәктәпкә яҙа, ә элекке йылдарҙа тамамлағандар мәғариф бүлегенә килтерә. Унда һайлап алынған предметтар, математика буйынса БДИ кимәле (базалы йәки профилле), имтихан формаһы күрһәтелә. Имтихандарға уҡыу планын тулыһынса үтәгән, йомғаҡлау иншаһы (изложениеһы) һәм башҡалар буйынса бер академик бурыстары ла булмаған һәм һәр уҡыу йылында бөтә предметтар буйынса ла баһаһы “3”-лөнән түбән булмаған уҡыусылар ғына индерелә.

Имтихандарға индереү шарты булараҡ йомғаҡлау иншаһы (изложениеһы) Рособрнадзор төҙөгән темалар буйынса 11-се кластарҙа 7 декабрҙә үткәрелә. Баһаһы “3”-лөнән түбән булғандар, имтихандарға килмәгәндәр йәки билдәле сәбәптәр арҡаһында уны яҙып бөтә алмағандар 1 февралдән 3 майға тиклем өҫтәмә рәүештә тапшыра ала.

Сәләмәтлек кимәле сикләнгән йәки инвалид балалар инша урынына изложение яҙа ала. Йомғаҡлау иншаһында (изложениеһында) ҡатнашыу өсөн 11-се класс уҡыусылары теркәүҙе үҙҙәре уҡыған мәктәптәрҙә ғаризалары нигеҙендә үтә.

Һөҙөмтәһен юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн ҡулланырға теләгән урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары йомғаҡлау иншаһын үҙҙәре теләгән ваҡытта билдәләнгән көндә тапшыра ала. Улар инша тапшырырҙан ике аҙна алдан мәғариф бүлегенә килеп ғариза бирергә тейеш. Элекке йылғы сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йорттарына ағымдағы йылда ғына инша һөҙөмтәһен алып барыу мөмкинлегенә эйә, ә элекке йылғы иншаларҙың һөҙөмтәләре юҡҡа сыға. Юғары уҡыу йорттарына ингән саҡта тапшырған йомғаҡлау иншаһының һөҙөмтәһе тағы 4 йыл үҙ көсөндә була.

Быйылғы уҡыу йылындағы сығарылыш уҡыусылары өсөн иншаларҙың яҡынса тематикаһы ошолай: “Аҡыл һәм хис”, “Намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ”, “Еңеү һәм еңелеү”, “Тәжрибә һәм хаталар”, “Дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ”. Инша башланырға 15 минут ҡалғас темаларҙың комплекттары рәсми сайттарға ҡуйыласаҡ. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын БДИ формаһында үткәргән саҡта (математиканан БДИ-ның база кимәленән тыш) 100 баллы баһалау системаһы файҙаланыла.

БДИ-ның һәр предметы буйынса балдарҙың минималь күләме билдәләнгән. Уларҙы үткән кеше ошо теманы ныҡлы үҙләштергән, тигән һүҙ. Һәр ҡатнашыусының БДИ һөҙөмтәләре федераль мәғлүмәт системаһына индерелә. Һөҙөмтәләр 4 йыл үҙ көсөндә була.

ДИ-ға ҡағылышлы килеп сыҡҡан һорауҙар буйынса 2-18-52, 2-15-44 “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондарына шылтыратырға йәки мәғариф бүлегенең сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Читайте нас: