Бөтә яңылыҡтар
Коррупцияға ҡаршы
14 Октябрь , 16:00

Яуаплылыҡ булырға тейеш

Әгәр енәйәт көс ҡулланып йәки уны ҡулланыу менән янап, ҡорал йәки махсус саралар, ауыр эҙемтәләр килтереү менән ҡылынһа, вазифа биләү йәки өс йылға тиклем билдәле бер эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән бергә, төрмәлә ултырыуҙың максималь срогы 10 йылға тиклем арттырыла...

Яуаплылыҡ булырға тейеш!

Биләгән вазифа менән яуыз ниәттә файҙаланыу коррупция енәйәтенә инә. Ул дәүләт институттарының эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай һәм йәмғиәттең властарға ышанысын ҡаҡшата.

РФ Енәйәт кодексының 286-сы статьяһына ярашлы, бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Ҡайһы бер осраҡта вазифалы кеше теге йәки был ҡарар ҡабул итергә, документтарға ҡул ҡуйырға, белешмәләр бирергә хоҡуғы юҡлығын аңлай, әммә быны аңлы рәүештә эшләй.

Бындай енәйәт өсөн иң еңел яза – штраф, щулай уҡ 4 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Әгәр енәйәт Рәсәй Федерацияһының дәүләт вазифаһын йәки РФ субъектының дәүләт вазифаһын биләгән кеше, шулай уҡ урындағы үҙидара органы башлығы тарафынан башҡарылһа, иректән мәхрүм итеү срогы 7 йылды тәшкил итә. Бынан тыш билдәле бер вазифа биләү йәки өс йылға тиклем билдәле бер эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителә.

Әгәр енәйәт көс ҡулланып йәки уны ҡулланыу менән янап, ҡорал йәки махсус саралар, ауыр эҙемтәләр килтереү менән ҡылынһа, вазифа биләү йәки өс йылға тиклем билдәле бер эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән бергә, төрмәлә ултырыуҙың максималь срогы 10 йылға тиклем арттырыла.

Г. Исчурина, район хакимиәтенең баш юрисконсульты.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: