Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға?

Ниндәй мәғлүмәтте телефонда һаҡламау яҡшыраҡ:— логин һәм паролдәрҙе. Уларҙы һаҡлау өсөн махсус ҡушымта - паролдәр менеджеры ҡулланығыҙ;— банк карталары мәғлүмәттәрен һәм уларҙың фотоларын;— фото йәки паспорт скандарын...

Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға?
Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға?

Мутлашыусыларҙы һеҙҙең аҡса ғына түгел, шәхси мәғлүмәттәрегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындыра. Шәхси мәғлүмәтте дөрөҫ һаҡлау тураһында һөйләйбеҙ.

📁 Хакерҙар мәғлүмәтте нисек урлай ала:

— Фишинг — ялған һылтанма буйынса күсәһегеҙ һәм мутлашыусылар һеҙҙең йәшерен мәғлүмәтегеҙҙе (паролдәр, банк карталары һәм иҫәп-хисап номерҙарын) алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Төрлөсә алдарға мөмкиндәр: лотерея уйынында отоу, ташламалы купондар йәки социаль түләүҙәр вәғәҙә итеү, сараға саҡырыу.

— Зарарлы программалар — күсереп алғандан һуң улар ҡоролманан мәғлүмәтте үҙенең хужаларына тапшыра. Йыш ҡына был программалар ғәҙәти ҡушымта булырға мөмкин.

— Бушлай Wi-Fi — кибер енәйәтселәр логин һәм паролдәрҙе урлау өсөн дөйөм ҡулланылыштағы Wi-Fi селтәренең клонын булдыра.

— VPN — бушлай сервис хужалары һеҙҙең трафикты йәки шәхси мәғлүмәтегеҙҙе енәйәтселәргә тапшырырға мөмкин.

🔐 Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға:

— ҡатмарлы паролдәр уйлап табығыҙ;
— социаль селтәрҙәрҙә ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ;
— спам-фильтр ҡабыҙығыҙ;
— сайттарҙа теркәлеү өсөн айырым почта булдырығыҙ;
— VPN-сервистарҙы артыҡ ҡулланмағыҙ;
— ҡушымталарҙы рәсми магазиндарҙан ғына күсереп алығыҙ;
— бушлай Wi-Fi аша әйберҙәр һатып алмағыҙ.

❌ Ниндәй мәғлүмәтте телефонда һаҡламау яҡшыраҡ:

— логин һәм паролдәрҙе. Уларҙы һаҡлау өсөн махсус ҡушымта - паролдәр менеджеры ҡулланығыҙ;
— банк карталары мәғлүмәттәрен һәм уларҙың фотоларын;
— фото йәки паспорт скандарын;
— сейф кодтарын;
— эш документтарын;
— авиабилеттарҙы;
— провокацион фото һәм хаттарҙы.

Аңлатабыҙ Башҡортостан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: