Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Коррупцияға ҡаршы
9 Март 2022, 15:30

Дөмөгөп китһен ... колаһы!

Әммә халыҡ ... ҡыуана. Берәү хатта шаяртып: “Кока-кола булмағас, унитаздарҙы нимә менән таҙартабыҙ инде?”-тип яҙып ебәргән...

Дөмөгөп китһен ... колаһы!
Дөмөгөп китһен ... колаһы!

Макдональс”тар ябыла. Кока-кола, энергетиктар һатылмаясаҡ.

Америка был яңылыҡтан беҙҙең ил кешеләре ергә ятып иларға тейеш тип уйланы, шикелле. Әммә халыҡ ... ҡыуана. Берәү хатта шаяртып: “Кока-кола булмағас, унитаздарҙы нимә менән таҙартабыҙ инде?”-тип яҙып ебәргән.

Үҫмерҙәрҙе шул энергетиктарҙан һаҡлар өсөн нимә генә эшләнмәне?! Сөнки сит илдәрҙә уларҙы үҙ ҡулланыусыларына һатмайҙар. Ә беҙгә – әйҙә инде – дөмөгөп китһендәр ағыуланып тип, машина-машина итеп оҙаталар ине. Хәҙер үҙҙәре эсһен инде ул энергетиктарын!

Сит ил шараптары, коньяк, вискиһы ла килмәйәсәк, тигәнгә, ябай халыҡ йылмайып ҡына ҡуйҙы: “Беҙ ҡулланған нәмә түгел. Сит ил хәмерен кем эсә, шулар ҡайғырһын”.

Шифалы ямғырҙар яуып, иген уңһа, малдарыбыҙ ишле булһа, баҡсалағы йәшелсә, емеш-еләгебеҙ емерелеп уңһа, беҙгә – халыҡҡа артығы кәрәкмәй ҙә. Сит илгә самолеттар осмауынан, доллар, евро һатып алып булмауынан, айфондар юғаласағынан тормошомда бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Ә һеҙгә нисек?

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әйткәндәй, “Һаҡмар” гәзитенең 11 март һанында аҙыҡ-түлеккә хаҡтар, уларҙы тотороҡлау өсөн нимә эшләнеүе, әгәр һеҙ хаҡтар менән риза булмаһағыҙ, ҡайҙа шылтыратырға кәрәклеге тураһында мәҡәлә донъя күрәсәк.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: