Ҡаланың балалар ижады үҙәгендә «Башҡорт малайы-2026» район бәйгеһен үткәреү матур йолаға әйләнгән. Ул быйыл һигеҙенсе йыл ойошторолоп, район мәктәптәренең 11-12 йәшлек иң ҡыйыу, иң шәп малайҙарын бер сәхнәгә йыйҙы. Конкурста 14 малай ҡатнашты. «Башҡорт малайы» исемен яулар өсөн ҡаланың 5-се мәктәбенән Арсен Тотманов, 3-сө мәктәптән Рамаҙан Гәрәйев, 4-се лицей уҡыусыһы Айназ Абдуллин һәм Баязит Зәйнуллин, Баймаҡ лицей интернатынан Радмир Мусин, 2-се мәктәп уҡыусыһы Ғәҙел Абдуллин, 1-се мәктәптән Шамил Арыҫланов, Раян Рәхимов һәм Мирйән Мәжитов, Иҫке Сибайҙан Даян Утарбаев, Билалдан Ислам Йәнгилдин, Ишбирҙенән Данияр Хәсәнов һәм Айназ Кейекбирҙин, Ҡолсоранан Динислам Самарбаев ҡыйыулыҡта, зирәклектә, тапҡырлыҡта көс һынашты.
Малайҙарҙың сығышын Балалар ижады үҙәге директоры Әлмира Дәүләтшина, ДОСААФ-тың Баймаҡ бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Рәшит Бәхтиев, район мәҙәниәт йортоноң «Ватан» ансамбле етәксеһе Салауат Ғүмәров, мәғариф бүлеге методисы Лилиә Хәсәнова баһаланы.
Конкурс дүрт һынауҙан торҙо. Бәйгеселәр ҡунаҡтарҙы һәм баһалама ағзаларын үҙҙәре менән таныштырырға, «Минең шәжәрәм» өлөшөндә шәжәрәһен эшләп, теманы асып бирергә, шулай уҡ ижади һәләттәрен күрһәтергә, һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә тейеш ине.
Таныштырыу өлөшөндә малайҙар яратҡан шөғөлдәре, ғаиләһе, ундағы ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында һөйләне. Күптәре уны шиғри юлдар аша еткерҙе. Шәжәрәһен, ете быуынын һәр кем белергә тейеш. Конкурстың «Минең шәжәрәм» тигән икенсе һынауы шул яҡтан әһәмиәтле ине. Бәйгеселәр ата-әсәләренең ярҙамы менән баннерға, ҡағыҙға, башҡа материалдарҙан ағас формаһы рәүешендә бик матур итеп шәжәрә ағастарын төҙөгән. Фантазины эшкә еккән бар ҡул эштәре лә маҡтауға лайыҡ ине. Ләкин малайҙар алдында уны яҡлау бурысы ла торҙо. Кемдер ағас-ҡағыҙға яҙылғанды уҡыу менән сикләнһә, ҡайһылары үҙенең нәҫеле, билдәле кешеләре тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне. Ижади бәйгелә Данияр Хәсәнов, Айназ Кейекбирҙин, Рамаҙан Гәрәйев, Айназ Абдуллин, Баязит Зәйнуллин, Радмир Мусин тамашасыларға моңло йырҙарын, Раян Рәхимов, Динислам Самарбаев, Ислам Йәнгилдин, Шамил Арсланов, Даян Утарбаев дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Ғәҙел Абдуллин ҡурайҙа уйнаһа, Арсен Тотманов шиғыр һөйләп ишеттерҙе, Мирйән Мәжитов ҡалаҡ һуғыу оҫтаһы икәнен дәлилләне. Баһалар бәйгеселәрҙең сәхнәлә үҙҙәрен нисек тотоуына, оҫталыҡ һәләттәренә, сығышҡа тап килгән образға ҡарап билдәләнде.
Дүртенсе һынау Рәсәй, Башҡортостан темаһына ҡағылышлы һорау-яуаптарҙан торҙо. Баһалама ағзалары конкурсанттарға Башҡортостан ниндәй өлкә менән сиктәш, Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡайһы районда урынлашҡан, башҡорт халҡының милли эсемлектәре, Өфө ҡалаһына нисәнсе йылда нигеҙ һалынған кеүегерәк һорауҙар бирҙе. Был һынауҙа малайҙар бер аҙ юғалып ҡалды... Яуаптарҙан сығып, уҡыусыларға Рәсәй, Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү өҫтөндә эшләргә кәрәклеге әйтелде.
Бәйге һөҙөмтәләренә килгәндә, иң күп балл йыйып, Иҫке Сибай ауылынан Даян Утарбаев еңеүсе тип танылды. Рухлы, ҡыйыу, башҡорт телендә таҙа һөйләшкән Даян «Башҡорт малайы-2026» исеменә лайыҡ булды.
«Мине конкурсҡа уҡытыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары Юлиә Ваһапова алып килде. Конкурс барышы һәм башҡа яҡтан килгән малайҙарҙың сығыштары оҡшаны. Бәйгегә мине әсәйем Әнисә Мисбәх ҡыҙы әҙерләне. Еңергә, тигән маҡсат менән килгәйнем. Гран-при алыуыма бик шатмын», - тине Даян Утарбаев.
Беренсе урын Айназ Абуллинға бирелде. Рамаҙан Гәрәйев менән Баязит Зәйнуллин икенсе урындарҙы бүлеште. Данир Хәсәнов, Ислам Йәнгилдин, Арсен Тотманов өсөнсө урындарға лайыҡ булды.
Ғәҙел Абдуллин «Өмөтлө малай», Радмир Мусин «Иң тырыш малай», Раян Рәхимов «Иң батыр малай», Динислам Самарбаев «Бейеүсе малай», Шамил Арыҫланов «Ҡыйыу малай», Мирйән Мәжитов «Иң отҡор малай», Айназ Кейекбирҙин «Рухлы малай» номинациялары еңеүселәре булды. Бәйгеселәргә Балалар ижады үҙәгенең Маҡтау грамоталары, уларҙың етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
«Башҡорт малайы» бәйгеһе яңы исемдәр асып ҡына ҡалманы, конкурсанттар, уларҙың етәкселәре араһында тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла булып торҙо.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.