Сәлимә Байгилдина
КИСКЕ АУЫЛ
Ҡыйғыс ҡашлы нурлы ай
Тау артынан күренгәс
Көмөш тәңкә – йондоҙҙар
Зәңгәр күккә эленгәс
Ауыл сумды киске тынлыҡҡа.
Бар тирә яҡ ҡойондо
Көмөш айҙың нурына
Киске ауыл әкиәттәге
Серле донъя булып күренә.
Шаян ел дә тынды. Арығандыр
Көнө буйы иректә елеп.
Гөл-сәскәләр серем итә
Нәфис таждарын йомоп.
Тик саф һыулы һалҡын шишмә
Талғын ғына сылтырап аға.
Гүйә ул йырлай бишек йырын
Йоҡоға талған ҡайындарға.
ЭҘҘӘР
Ап-аҡ ҡарҙа биҙәк булып
Селтәр-селтәр эҙҙәр ята.
Күҙ ҡарашым шул эҙҙәрҙә
Ә уйҙарым һиңә ҡайта.
Ап-аҡ ҡарҙа селтәр эҙҙәр
Ҡайҙа һуң хәҙер үҙең?
Йөрәгемдә биҙәк булып
Ҡалды бары утлы эҙең.
ӨЙӨРМӘЛӘ
Осраштыҡ беҙ һинең менән
Сихри аҡ өйөрмәлә.
Аҡ бәхеткә сорнап беҙҙе
Сирендәр өйөрөлә.
Шундай наҙлы, шундай матур
Яҙғы йылы кис ине.
Күңелдәрҙә ташып төрған
Мөхәббәтле хис ине.
Аймылыштыҡ... Ҡар бураны...
Яуа, туҙа өйөрөлә.
Мин һинһеҙ, япа яңғыҙ
Аҡ һалҡын өйөрмәлә..