Атанова Диана, 14 йәш
Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы
Тыуған ерем
Хәйбуллала тыуып үҫкән
Минең ата-бабалар.
Ошо ерҙә тамыр йәйгән
Минең бөтә туғандар.
Йырлап аға һылыу Һаҡмар,
Таналығы, Ташлыһы.
Уларҙың моңло йырҙарын
Миңә отоп алаһы.
Данға күмә Хәйбулланы
Улдары һәм ҡыҙҙары.
Халыҡ шағиры Аралбай.
Уға шиғырҙар арнай.
Хәйбулла ул-йыр һәм шиғыр,
Ер аҫты алтын-көмөш.
Хәйбулланың данын арттырыу-
Киләсәктә беҙҙең эш.
Һинең менән ғорурланам
Бай, йомарт ер-Хәйбуллам.
Бәхетле бала сағым өсөн
Мәңге рәхмәтле ҡалам.
Ғаиләнең ниһен маҡтайһың...
(ҡобайыр)
Атаның ниһен маҡтайһың-
Эшләп аҡса тапмаһа.
Әсәнең ниһен маҡтайһың-
Балаларын ҡарамаһа.
Апайҙың ниһен маҡтайһың-
Көнө буйы телефонда ултырһа.
Һеңленең ниһен маҡтайһың-
Уйынсыҡтарын боҙһа.
Ағайҙың ниһен маҡтайһың-
Урамда “эт һуғарып” йөрөһә.
Ҡустының ниһен маҡтайһың-
Әсә телен белмәһә.
Өләсәйҙең ниһен маҡтайһың--
Ейәндәрен ҡарашмаһа.
Олатайҙың ниһен маҡтайһың-
Ете быуынын белмәһә.
Ғаиләнең ниһен маҡтайһың-
Сабый бала булмаһа.
Ир-егеттең ниһен маҡтайһың-
Ҡулына ҡорал тотоп
Ил һаҡларға бармаһа.
Ҡар яуа
Эй ҡар яуа, ҡар яуа,
Тылсым яуа, нур яуа.
Аҡлыҡ, сафлыҡҡа төрөнөп,
Барса донъя шатлана.
Балалар сана тотоп,
Тау шыуырға баралар.
Эй эйәләр, эйәләр,
Ҡыуанышып көләләр.
Өлкәндәр ҙә ҡыуаналар
Сөнки бөгөн ҡар яуҙы.
Алай ҙа бөгөн ҡар яуҙы
Балаларға тау өйҙө.
Ҡыш
Ҡыш килә, ҡыш килә,
Ябалаҡлап ҡар яуа.
Тирә-яҡ бер мөғжизә
Шундай таҙа саф һауа.
Аҡ тун кейҙе ағастар,
Туңды йылға һәм күлдәр.
Урман йоҡоға талған
Бар тәбиғәт тын ҡалған.