Дауахана ла таныштым мин Гөлнәзирә менән. Йөҙөнән, күҙҙәренән нур бөркөлгән, нур уйнаған был ҡатынды ауыр операция ла еңә алмаған. Нисектә йәшәргә тырышҡан, әсәһе ҡарамағында ҡалған балалары өсөн йән атҡан әсәй ул.
Тәүге көндән үк яҡын күрҙе ул мине.
- Әллә нимәгә һуҙҙым шул, табиб өс ай элек килеп ятырға ҡушҡайны ла бит. Балаларымды уйланым, әле улар ышаныслы ҡулда, алыҫ ерҙәрҙе яҡын итеп ер аяғы ер башынан килеп етте әсәйем. Шөкөр операция эшләнеләр. Яҡшыға өмөт итәм. Табибтар ҙа өмөтләндерә...
Кемгәлер эс сереңде һөйләһәң еңел булып ҡала бит. Яңғыҙ ҡатын мин. Егерме йылға яҡын ғүмер иткән ирем ҡапыл ғына ауырып гүр эйәһе булды. Өс улым менән ҡалдым. Берәүһе өлкән инде. Уҡыу йортонда уҡып йөрөй, ә икенсе улым быйыл мәктәпте тамамлай, бәләкәсем башланғыс синыфта уҡый. Шуны йәлләйем. Атаһының копияһы. Бар йыуаныстарым балаларым. Һөйгәнемде һағыныуымды ла уларға йыуанып баҫам.
Парлы саҡта яңғыҙҙарға иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Үҙебеҙ бәхетле бит. Ә уйлап ҡараһаң яңғыҙ йәшәгән, күңел йылыһына мохтаж булған ҡатындар күп бит. Тик уларҙың хәлен күтәргеһеҙ ҡайғы башыңа төшһә генә аңлайһың икән. Кеше ҡайғылары төштән һуң, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.
Мәңгелеккә бергә етәкләшеп китеп булмай шул. Тыуғанда маңлайына нимә яҙылған шуны күрмәйенсә гүргә инеп булмай. Тимәк миңә лә ҡайһы бер ирҙәрҙең төрттөрөп әйткән һүҙҙәрен, бөгөн тигеҙлектә йәшәгән ҡатындарҙың ирҙәрен көнләшеп ҡараған ҡараштарын сабырлыҡ менән үткәреп ебәрергә өйрәнергә кәрәк. Тик быны эшләүе шул тиклем ауыр. Яңғыҙлыҡта йәшәгән, ирен юғалтҡан яңғыҙ ҡалған ҡатындарға Хоҙай тәғәлә сабырлығын бирһен инде. Телдәренә нимә килһә шуны һөйләүселәрҙе кисерһен.
Анализдар бирергә йыш район менән ауыл араһында йөрөргә тура килде. Күп ваҡыт автобусҡа өлгөрмәй юлға сығып, юл ыңғайы тура килгән машина менән ҡайтам. Бер көндө үҙебеҙҙең ауылдан бер ир килеп туҡтаны.
- Ултыр еңгәй. Ҡайҙан ҡайтып киләһең? Хәҙер елдертеп кенә алып ҡайтып ҡуям үҙеңде, - тине.
Эй, рәхмәт инде, - тип инеп ултырып та өлгөрмәнем, ул үҙенең яңғыҙ ҡатындарға әйтә торған һүҙҙәрен һөйләй ҙә башланы.
- Еңгәй, ағай юҡ хәҙер. Әле йәшһең, матурһың. Яңғыҙ йокламайыңдыр. Зәбирә еңгәй ағайҙың ҡырҡын да көтөп торманы,ә Миңниса еңгәй һуң, - тип һанап китеүгә, тамағыма тығылған төйөндө саҡ йотоп, күҙҙәремә эркелгән күҙ йәштәре аша:
- Туҡтағыҙ әле, төшәм, - тинем.
Был ваҡытта ауыл осондағы зыярат тапҡырына килеп еткәйнек. Уның минең арттан:
- Еңгәй һин улай түгел, ғәфү ит инде, - тигән һүҙҙәрен генә ишеттем.
Зыяратҡа инеп мәрхүм иремдең ҡәберенең баш осонда:
- Нимәгә мине ташлап киттең, һинһеҙ нисек йәшәйем, - тип һамаҡлап иланым.
Шулай итеп мин тәүге сирҡанысты алдым. Донъяла "Яңғыҙ ҡатын" тигән һүҙ бар икәнлеге күңелде ярып үтте. Миндә шуларҙың сафына баҫтым тип уйланым.
Уйламай әйтелгән, йөрәгеңде яралаған һәр бер һүҙ яныңда таянысың булғанда ғына һиҙелмәй үтеп китә икән.
Зыяраттан сыҡҡас үҙемдә ниндәйҙер рух күтәрелеүен һиҙҙем. Мәрхүм иремдә:" Гөлнәзирә һиндә рух ныҡлығы көслө, һин ныҡ кеше," - ти торғайны.
- Бирешмә, һин бит көслө. Ундай кешеләргә иғтибар итмә, - тигән һүҙҙәрен ишеткәндәй булдым.
Тағы бер ваҡиға үҙемдең яңғыҙ ҡатын икәнемде оноттормай урыныма ултыртты. Аят ашына апайымдар саҡырҙылар. Юл ситенә сығып баҫтым. Оло ғына ағай туҡтап ултыртып алды. Ауыл уртаһындағы туктаталға етергә егерме метрлап ҡалғайны.
- Һеңлем, автобусҡа өлгөрәһең йүгер инде, - тине. Кешеләрен ултыртып бөткән автобус мине көтөп тә торманы китеп тә барҙы. Бәлки водителе күрмәгәндер ҙә. Туҡталҡа эсенә индем дә күҙ йәштәремә ирек биреп ҡысҡырып-ҡысҡырып иланым. Ул ағайҙы ла ғәйепләмәйем. Автобусҡа яҡын килеп туҡтаһа күрәләр бит. Машина эсендә кем ултыра? Яңғыҙ ҡатын...
Яйлап үҙемде яҡларға өйрәндем. Ҡырын һүҙ башлағандарға үҙҙәренән дә яман итеп яуап бирҙем. Балаларым алдында намыҫым таҙа...
Шәфәҡ туташы инеп Гөлнәзирәгә баш табиб саҡырыуын әйтте. Башын эйеп, күңеле төшөп сығып киткән палаталашым артынан белгән доғаларымды уҡып, теләктәремде теләп тороп ҡалдым.
- Апай, анализдарым яҡшырған, - тигән һүҙҙәрен ҡыуанып ҡабул иттем. Эстән генә: "Барыһы ла яҡшы буласаҡ, төҙәлерһең, Аллаһы бирһә малайҙарың янына ҡайтырһың. Шайтан ғына өмөтһөҙ, бәхетле булырһың," -тип шыбырланым.
Һаҡмар ҡыҙы.