Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Апрель 2025, 16:11

Фәниә Күзембаева (Булатова)

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдинов Ҡәҙерле дуҫтар! Билал ауылынан Фәниә Күзембаева (Булатова) йәнә ике шиғырын тәҡдим итә. Сайтҡа үтеп уҡығыҙ. 

Фәниә Күзембаева (Булатова)
Фәниә Күзембаева (Булатова)
Теләгем
 
Умырзая сәскә атҡан,
Бейек тау итәгендә.
Яҙ ҙа килде. Һине көтәм.
Тик өмөт итәмен дә.
 
Умырзая суғын тотоп,
Килеп инерһең төҫлө.
Һағындым бит. Көттөңмө, тип,
Миңә бирерһең төҫлө.
 
Ярһып типмә, йөрәгем,
Теләгем. Тик теләгем.
Умырзая сәскә атҡан,
Яҙ үткәнсе түҙермен.
 
Йыйып ҡуйып өмөтөмдө,
Түҙермен мин. Түҙермен.
... Көтөрмөн...
 
**** 
 

Күгәрсендәр гөрләшә

Ҡыйығымда өйөмдөң
Күгәрсендәр гөрләшә.
Татыу ғына һөйләшеп,
Гөр-гөр килеп серләшә.

Күгәрсендәр гөрләшеп,
Ояларын ҡорһондар.
Яҡты ҡояш - зәңгәр күктә,
Тыныс булһын донъялар.

Һауаларға ҡурҡмай осһон
Тыныслыҡты юллаусы.
Күк күгәрсен - күктәрҙә,
Бәхет, шатлыҡ теләүсе.

Йәшәһендәр ғаиләләр,
Килер быуын үҫтереп.
Күгәрсендәй гөрләшеп,
Тормош юлын берләшеп.

Ҡыйығымда өйөмдөң,
Күгәрсендәр гөрләшә...

Фәниә Күзембаева (Булатова)
Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас