Әсәкәйем
Әсәй, һин булмаһаң, күрмәҫ инем,
Һәр саҡ алһыу таңдар атҡанын,
Зәңгәр күктә ҡояш балҡығанын,
Боролоп-боролоп һыуҙар аҡҡанын.
Әсәй, тиһәм, күҙ алдыма килә
Сәскәле яландар, болондар,
Урмандарҙа кәкүк тауыштары,
Күл буйында сапҡан ҡолондар.
Дан йырлайбыҙ һеҙгә, батырҙар!
Батырҙарға бөгөн дан йырлайбыҙ
Улар һәр саҡ беҙҙең арала.
Тиңһеҙ барған алыштарҙа бөгөн
Бөтмәҫ дандары ҡала.
Әсәйҙәрҙең аят-доғалары
Йәне-тәнегегеҙҙе һаҡлаһын.
“Дошмандарҙы еңдек!” тигән хәбәр
Көслө оран булып яңғыраһын.
Ватанымдың ғәзиз улдары,
Һеҙҙең менән беҙ бергә!
Еңеү ҡояшы балҡыһын,
Дан йырлап һәр яугиргә!
Һеҙҙең менән беҙ бергә!
Тыныслыҡ булһын
Мин теләйем тыныс булһын тиеп,
һәр мөйөшө ғәзиз еремдең.
Күргем килмәй хатта киноларҙы,
Һуғыш төшөрөлгән фильмде.
Беҙ йәшәгән ғәзиз Ер-әсәбеҙ
Күмелмәһен утҡа, ялҡынға!
Балаларҙың күңелле, шат тауышы
Яңғырап торһон, әйҙә, һәр таңда!
Иҙелбаев Азамат, Баймаҡ 5-се һанлы мәктәбенең 6а класы уҡыусыһы
Етәксеһе: Юламанова Земфира Зекериә ҡыҙы