Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Апрель 2025, 16:50

Нурия Мортазина

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдинов  Ҡәҙерле дуҫтар! Байыш ауылынан Мортазина Нурия Ғәммән ҡыҙының күңелгә үтеп инерлек шиғырҙарын сайтҡа үтеп уҡығыҙ. Нурия Ғәммән ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыусы балаларға белем бирә.  Әйҙәгеҙ, беҙ авторға уңыштар теләп, лайктар ҡуяйыҡ. 

Нурия Мортазина
Нурия Мортазина

Нурия Мортазина. 

Яугиргә хат. 
(Уҡыусыма арналды)
Сәләм ебәрәмен тыуған яҡтан
Батыр улы ғәзиз халҡымдың.
Ошо кескәй ҡағыҙ алып барһын
Бар йылыһын тыуған яғындың.
 
Һин ҡайт, егет, 
Тыуған ерең көтә. 
Һөрөлмәгән һинһеҙ баҫыуҙар.
Сәселмәгән иген,
Көтә тиңен
Буй еткергән һылыу йәш ҡыҙҙар.
 
Имен һауҙар ғына әйләнеп ҡайт.
Йән әрнеүең баҫыр шишмәләр.
Яраларың
Наҙлы елдәр иҫеп,
Шифа тыны менән иркәләр.
 
Һин ҡайт, егет, 
Иҫән әйләнеп кайт. 
Тик йәшәүҙән генә ваз кисмә.
Сал сәстәрен елгә елберләтеп 
Төн йоҡламай көтә  яңғыҙ әсә.
 
Тик ҡайт ,зинһар, ҡала күрмә ятып
Сит тарафты мәңге үҙ  итеп.
Дошмандарға алдар бирмәй генә. 
Әйләнеп ҡайт, егет, үс итеп.
.           ******
Махсус хәрби операцияла  һәләк булған батырҙарыбыҙҙың  яҡты иҫтәлегенә бағышлайым. 
 
Ир-егеттәр ҡайта
Тыуған илгә,
Бөркөттәр бит оя ташламай.
Ир намыҫы тынғы бирмәгәнгә,
Тамамламаҫ эште башламай.
 
Кемдер ҡайта 
Һыңар аяҡтарҙа, 
Ҡултыҡ таяғына таянып.
Кемеһелер
Ауыр яраланып,
Йәшәү өсөн ҡаты  алышып.
 
Ҡайта улар 
Цинк табуттарҙа
200-се тип аталып.
Ҡыҫҡа ғына мәлгә
Ҡапыл балҡып, 
Йондоҙ ише күккә атылып.
 
Ир-егеттәр ҡайта 
Батыр булып, 
Даны менән илгә танылып.
Йырҙар булып ҡайта, 
Һөйгәненең
Йөрәк пәрҙәһенә яҙылып.
 
Ҡайта улар 
Ғәзиз әсәйҙәрҙең
Маңлай һырҙарына һыҙылып.
Атайҙарҙың 
Сикә сәстәренә
Ап-аҡ ҡарҙар булып һибелеп.
 
Батыр ирҙәр ҡайта
Хәтер булып.
Сабый булып ҡайта төштәрҙә.
Яҙҙар һайын
Тыуған ерен һағынып,
Саңҡыу булып ҡайта ҡоштарҙа.
 
Мәңге тынмаҫ
Әрнеү булып ҡайта.
Нәфрәт булып ҡайта дошманға.
Ябалаҡлап 
Ҡарҙар булып яуа
Ҡар бөртөгө ергә төшкәндә.
 
Таңда төшкән 
Ысыҡ булып ҡайта.
Ләйсән булып һибелә яҙҙарҙа.
Һәм тағы ла...
Парта булып ҡайта, 
Ҡарар өсөн  беҙҙең күҙҙәргә...
.              *******
.                Яу алдынан.
.             ( Ҡәйнешем штурмға инер алдынан яҙылды)
Бөгөн таңға
Йәнә яуға инәм...
Әсәкәйем, үтә ҡайғырма.
Насип булһа,
Еңеп дошмандарҙы,
Ҡайтып килер улың яныңа.
 
Оҙаҡ шылтыратмай 
Торһам, әсәй,
Насар уйҙар, зинһар, уйлама.
Доғаларың мине 
Һаҡлар, әсәй,
Күрәҙәнән яҙмыш юрама.
 
Һуғыш яланынан 
Ике көнгә
Сығарҙылар баш-күҙ алырға.
Ошо штурмда 
Шәһит булып киткән
Дуҫ - иштәрҙе ергә һалырға.
 
Таңға йәнә утҡа...
Тағы көтә
Снаряд һәм дрон, һыҙланыу, яра...
Йәшәү менән 
Үлем аралары
Күҙҙе  асып йомған бер ара...
 
Мәғәнәһеҙ һуғыш
Ҡасан туҡтар?
Хыялланам тиҙерәк ҡайтырға.
Ауылыма  ҡайтып, 
Ҡолас ташлап
Киң яланда бесән сабырға
 
Изге ерем өсөн ҡаным түгел,
Ҡара тирем  тейеш тамырға!
 
Нурия Мортазина. 
Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас