Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Апрель 2025, 17:05

Инзилә Иҫәнғужина

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдинов Ҡәҙерле дуҫтар! Икенсе Этҡол мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Инзилә Иҫәнғужинаның шиғырын сайттан уҡығыҙ. 

Инзилә Иҫәнғужина
Инзилә Иҫәнғужина

Һөйөү.

 

Йөрәгемдең наҙын һөймәгәнде яраттым,

Яраттым бер саҡрым, ике саҡрым

Шунан инде арыным...

Булмай улай һәм дә ярамай!

 

Үтте айҙар, үтте көндәр

Мин оноттом һәм һыуындым.

Йөрәгем таштай, күңелем боҙҙай булды минең,

Күҙҙәремдә икенселәй, тоңһоу янды минең.

 

Йәйҙең матур сағыу көнөндә

Аҡ болоттар аҡҡанда,

Һыу буйында, Ағиҙелдә

Һөйөү ҡарашы ултырҙы минең күңелдә.

 

Хәҙер инде өсөнсө ай

Мөхәббәт хистәре уйнай,

Мине яраталар, һөйәләр,

Бүләк, сәскә бирәләр.

 

Мин иң бәхетле был донъяла

Һөйгән кеше минең эргәмдә!

Яратығыҙ, тик шулайҙы

Кемден ҡарашы һеҙгә бик наҙлы.

 

Иҫәнғужина Инзилә, 2-се Этҡол урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас