ЯРАТҠАН УҠЫТЫУСЫМ ИНЕ
Борис Хәйретдинов
(Автобиографик эссе)
1962 йыл, август-сентябрь. Икенсе Этҡол ауылы.
Беҙ, үҫмерҙәр, ҙур ҡыуаныс менән һигеҙенсе класҡа барырға әҙерләнәбеҙ. Уҡыу башланырға бер-ике көн ҡалғас, малайҙар араһында “беҙгә яңы уҡытыусы килгән” тигән хәбәр таралды.Тантаналы беренсе сентябрь көнө яңы уҡытыусыны беренсе тапҡыр күрергә яҙҙы. Ул, минең ҡарамаҡҡа, урта кәүҙәле, түңәрәк аҡ битле, бөҙрә сәстәре еңелтә таралып торған бынамын тигән егет булып күренде миңә һәм шулай булып хәтерҙә ҡалды. Ул саҡта мин, уҡыусы бала, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, Азамат Әғзәм улына коллега булып, бергәләп эшләп, табындаш булып яҡындан ҡатнашып йәшәйәсәгебеҙҙе күҙ алдына ла килтермәй инем әле, сөнки ул минең уйыма башҡорт халыҡ ижадындағы ниндәйҙер әкиәт батырына оҡшағандай булып килеп инде.
Яңы уҡытыусы һәр саҡ иғтибарҙы үҙенә тарта, беҙҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уянды. Баҡһаң ул сит яҡтан килгән кеше түгел, ә күрше Байым ауылында тыуып-үҫкән, ошо Икенсе Этҡол мәктәбендә -5-8 класты тамамлап, артабан Темәс педагогия училищеһендә уҡып, был училище 1956 йылда ябылыу сәбәпле һуңғы курсын Белоретта уңышлы тамамлап, беҙгә уҡытыусы булып килгән икән дә баһа! Был турала мәғлүмәтте, әлбиттә, һуңыраҡ класс етәксебеҙ Зәкиә Рәхмәт ҡыҙы Ҡотлоғужина аша белдек. Яңы уҡытусы беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытасаҡ икән. Башҡорт дәүләт унивеситетының филология факультетында уҡып йөрөй, бер-ике йылдан тамамлаясаҡ”, тип һөйләп китте Зәкиә Рәхмәтовна беренсе класс сәғәтендә үк беҙҙең һорауҙы ҡәнәғәтләндереп. Класс етәксебеҙҙең әйтеүе буйынса, Азамат ағай ошо мәктәптә гел генә “дүрт” һәм “биш” билдәләренә уҡыған, бигерәк тә матур тәртибе буйынса ла айырылып торған. Уҡытыусы булыу хыялы уны Темәс педагогия училищеһенә алып килгән дә инде...
Беренсе тапҡыр беҙҙең класҡа инеп, дәрес биргәне иҫтә. Тәүҙә исемлек буйынса һәр беребеҙ менән танышып сыҡты. Шунан һуң ул башҡорт халыҡ ижадының иҫ киткес бай булыуына баҫым яһап, ниндәй һөнәр алһағыҙ ҙа, кем булып китһәгеҙ ҙә, ниндәй халыҡ араһында йәшәһәгеҙ ҙә бер ваҡытта ла үҙегеҙҙең туған телегеҙҙе онотмағыҙ, халыҡ ижадын өйрәнегеҙ, башҡортса китаптартаҙы уҡыуҙан туҡтамағыҙ, русса ла белегеҙ, тип һөйләгәне иҫтә ҡалған һәм бындай фекерҙәр артабанғы дәрестәрҙә лә даими дауам итте.
Бер көнө атайым эштән ҡайтып, сәй табынына ултырғас, ул:
1963 йыл.
Беҙ һигеҙенсене уҡыу йылы аҙағында 9 малай һәм 9 ҡыҙ, һәммәһе 18 уҡыусы имтихандарҙы уңышлы биреп, бөтәбеҙ ҙә тамамлап сыҡтыҡ. Шул саҡтағы бер ҡыҙыҡ эпизодты яҙып китмәй булмаҫ ахырыһы. Беренсе класҡа барғанда беҙҙе Йыһан апй Галина ҡабул итте. Ул тыуыу тураһында таныҡлыҡты һорап торманы, һәр уҡыусының үҙенән фамилияһын, исемен, атаһының исемен һорап алып, журналға тултырғаны иҫтә.
- Исемең кем? -тип һораны ул.
- Борис.
- Атайыңдың исеме кем?
- Дилмөхәмәт.
- Атайың ауыл советында секретарь булып эшләйме?
- Эйе.
- Улайһа һинең фамилияң Ишмырҙин була. Яҙабыҙ: фамилия – Ишмырҙин, исемең Борис түгел, ул русса була, Барис тип яҙабыҙ. Башҡорттарҙа ундай исем осраштырғылай һәм Дилмөхәмәт улы, тип өҫтәйбеҙ. Тимәк һин Ишмырҙин Барис Дилмөхәмәт улы булаһың...
Ошо исем-шәриф һигеҙенсе класты тамамлағанға тиклем дауам итте.
Һигеҙенсе класты тамамлаған ваҡытта, бөтә имтихандарҙы уңышлы биреп бөткәндән һуң, “тыуыу тураһында таныҡлыҡ” алып килергә ҡуштылар. Беҙҙең һигеҙенсе класты тамамлау тураһындағы документтарҙы иң һәйбәт почерклы Роза Ғәлиевна Маннапова тултырып ултыра. Килтерҙем. Тапшырҙым. Роза Ғәлиевна биргән документты асып ҡараны ла: тттттттттт
Тағы дүрт йыл ваҡыт үтте. 1967 йыл.
Мин Сибай педагогия училищеһен тамамлағандан һуң, Икенсе Этҡол мәктәбенә йыр һәм тарих уҡытыусыһы итеп ебәрелдем. Ул ваҡытта белеүемсә Азамат ағай Баймаҡ мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләп йөрөй ине, ә мәктәп директоры эшен Сәйет Ғәзиз улы Ниәтшин башҡара ине. Күрәһең, мәктәпкә уҡытыусылар күп кәрәк булғандыр, сөнки минән башҡа ошо уҡ йылда ошо мәктәпкә уҡытыусы булып ҡайттылар: Нурмөхәмәт Давлетбаев ҡатыны Венера Мазһар ҡыҙы менән, Дәүләтбай Ибраһимов ҡатыны Разия Фәтих ҡыҙы менән. Мин уҡыта башлар йылы йәйгеһен өйләндем. Минең ҡатыным (сығышы Беренсе Этҡолдан) Асия Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова Сибай педагогия училищеһен беҙҙән бер йылға һуң тамамлап, ошо уҡ мәктәпкә уҡытыусы булып килде.
1968 йылдың 14 ноябрендә мин Совет Армияһына алындым, Хеҙмәт итеү урыны – Куйбышев ҡалаһы, Липяги микрорайоны. Билдәле булыуынса, был ҡала 1991 йылдың ғинуар айынан башлап Самара тип атала башланы.
1969 йылдың уҡыу башынан Азамат Әғзәм улының беҙҙең мәктәпкә директор булып ҡайтыуы тураһындағы мәғлүмәтте ҡатынымдың сираттағы хаты аша белдем. Мәктәп уҡытыусылары уны ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алған, сөнки Азамат ағай бында уҡытыусы булып эшләп китеүе арҡаһында бөтәһенә лә яҡындан таныш: кемгә ағай, кемгә ҡусты, кемгә ауылдаш, кемгә уҡытыусы, ә кемгә коллега.
Ике йыллыҡ хеҙмәтте тултырып, 14 ноябрҙә тыуған ауылыма кискә ҡарай ҡайтып төштөм. Күп тә үтмәне ҡайҙандыр минең ҡайтҡанды ишетеп, Азамат Әғзәмович килеп инде. Ҡосаҡлаштыҡ, хәл-әхеүәл һораштыҡ. Ошонан һуң ул:
Ошонан һуң беҙ бер коллективта коллегалар булып, бергә эшләй башланыҡ. Уның матур холоҡло булыуы, йәштәрҙе үҙ эсенән тартыуы, кәрәк ваҡытта уларға ярҙамға килеүе директор менән мөнәсәбәттәрҙең яҡынайыуына килтергәндер. Эйе, эштә бергә булыу, бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөү, кластан тыш эштәрҙе бергәләп башҡарыу дуҫлыҡты нығытҡандыр, күрәһең. Шул саҡтарҙа ул үҙенең тормошон, атайһыҙ үҫкән бала сағын һөйләп тә алғылай торғайны.
Ауылдаш Урал Мостафин А. Ә. Тажетдинов тураһында былай тип яҙҙы:
“... Өс йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, үҫмер сағында арҡаланыр, яҡлар кешеһе булмауына эстән генә һыҙып, атайлы балаларға көнләшеп үҫкән бала ғүмере буйына һуғыш яланында һәләк булған ғәзиз кешеһенең сит ерҙәрҙәге ҡәберен табыу теләге менән йәшәне. Ҡәберенә булһа ла "атай" тип теҙләнер өсөн… Элекке тормош, бөгөнгө донъя хәлдәре тураһында әңгәмәләшеп ултырған саҡтарҙа ул йыш ҡына: "Эй был атайһыҙлыҡ…" - тип көрһөнөп ҡуя торғайны. Олоғайғас та атайһыҙлыҡ ҡыйырһытылыуҙарын онотмағас, тормош ауырлыҡтары шул тиклем үҙәгенә үткәндер инде. 75 йәше менән барғанда ғына Азамат Әғзәм улына Смоленск өлкәһендә атаһының ҡәберенә башын эйергә насип булды. Аталарына Әғзәм ҡартаталарының ҡәберенә зыярат ҡылыуҙы ойоштороуға күп көс, дәрт һалып, ғәмәлгә ашырған Нур, Илшат, Наил ҡустыларға оло рәхмәтте белдермәйенсә булмай”.
Әйткәндәй, Азамат Әғзәм улы “Беҙҙең атайҙарҙы һуғыш урланы”, тип аталған һәм “Башҡотостан” гәзитендә (2 август 2014 йыл баҫмаһында) баҫылып сыҡҡан мәҡәләһендә атаһы тураһында әсенеп, былай тип яҙҙы.
“... Атайым фронтҡа киткәндә бәләкәй бала ғына булғанлыҡтан, уның тураһында күп хәтерләмәйем. Әммә бер мәл күңел түрендә әле лә һаҡлана. Һуғышҡа китерҙән бер көн алда беҙҙе, өс улын, ике ҡыҙын, алмаш-тилмәш күтәреп, яратып-һөйөп алып йөрөнө. Уның: «Эй, балаҡайҙарым, бигерәк бәләкәйһегеҙ шул», — тигән һүҙҙәре лә хәтерҙә.
Иртәгәһен әсәйебеҙ беҙҙе таң менән уятты:
— Тороғоҙ, балалар, атайығыҙ китә бит, — тине, үҙе күп илауҙан шешенеп бөткәйне. Беҙ атайҙың ҡайҙа китерен дә белмәйбеҙ. Ғүмер буйы колхоз йылҡыларын көткәс, мал ҡарарға китәлер, тип уйлайбыҙ. Туң тәҙрәләрҙе өрә-өрә тишек яһап, уның артынан ҡарап тороп ҡалдыҡ. Саналарға егелгән аттар атайыбыҙҙы һәм ауылдың байтаҡ кешеһен ер аяғы-ер башы — мәңгелек ут эсенә алып киткән икән, беҙ уны тик һуңынан ғына белдек.
Атайымды саҡ-саҡ ҡына төҫмөрләйем. Исмаһам, фотоһы ла һаҡланмаған. Дини кеше булараҡ, ул фотоға төшөүҙе хилаф күргән. Уның төҫө булып 1939 йылда Мәскәүгә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә барғанда Бөтә Союз Старостаһы М.И. Калинин ҡулынан алған Маҡтау ҡағыҙы ғына һаҡланған. Был — атайымдың хеҙмәтенә күрә хөрмәте, эшсәнлеген, тырышлығын билдәләүсе берҙән-бер документ. Ауылдаштарыбыҙ, уны белгән-күргән кешеләр, «бик изге күңелле, мәрхәмәтле, эшлекле булды», тип иҫкә ала ине.
Һуғыш... Ҡот осҡос һүҙ. Германия беҙгә һуғыш башлаған... Был һүҙҙәрҙе мин, кескенә малай, аңлап етмәй инем. Нисек инде ул һуғыш башланған? Ни өсөн? Беҙ урам буйында күрше малайҙар менән «аҡтар, ҡыҙылдар» булып һуғыш уйыны уйнаған кеүекме икән? Мин уны аңламаным, һуңға табан өлкән ағай, апайҙарҙың үҙ-ара һөйләшкәнен тыңлап, әкренләп был һуғыштың уйын түгеллеген, ә ниндәйҙер ҡот осҡос афәт икәнлеген төшөнә башланым.
Колхоз бригадиры, атайымдың бер туған ҡустыһы Ғибат ағайҙың ауыл халҡы алдында һөйләгән телмәрен әсәйем гел генә хәтерләй һәм, ҡабат-ҡабат иҫләп, беҙгә һөйләй торғайны. Уның:
— Беҙ еңеүен еңербеҙ ул, тик был һуғыш ҡаты буласаҡ. Ул оҙаҡҡа һуҙылыр, ауылда ҡалғандарға бик ҡыйын буласаҡ. Күптәребеҙ был яу яланында ятып ҡалыр, — тигән һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡты.
Әсәйемдең һөйләүенсә, ауылдың ир-егеттәре аттарға тейәлеп йә йәйәүләп һуғышҡа китә башлаған. Ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ уларҙы зыяратты уҙғансы оҙатып тороп ҡалған. “Абрар Ғәзизов “Һарытау” (саратовский) гармунында һыҙҙырып уйнап ебәрҙе”, – ти торғайны әсәйем. Уға һуғышҡа китеүселәр ҙә ҡушылып йырлаған:
Беҙ ауылдан сыҡҡан саҡта,
Күтәрелде томандар.
Донъя хәлен белеп булмай,
Хуш булығыҙ, туғандар.
Таңдар атһа, ҡояш ҡалҡа,
Алһыу нурға бәйләнеп.
Иҫән булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ,
Ҡояш кеүек әйләнеп.
Ҡәҙерле кешебеҙ тураһында хәтирәләрҙең бик аҙы ғына иҫтә ҡалған. Атайым йорт һалырға йыйынған булған. Бура бурап, уны күтәреп ултыртҡан, әммә ҡыйығын да ябып өлгөрмәй, соланы ла эшләнмәй ҡала. Аҙаҡ әсәйебеҙҙең был өйҙө көс-хәл менән эшләп бөтөрөп, яңы йортҡа күсеп сығыу татлы төш һымаҡ ҡына булып хәтерҙә ҡалған.
Бөйөк Еңеүҙе шатлыҡ менән ҡаршы алдыҡ. Был көндө беҙ Аҡбалсыҡ ерендә балтырған, көпшә, ҡуянтубығы, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, йыуа, бәкес һымаҡ ашарға яраҡлы үләндәр йыйып йөрөй инек. Күрше Икенсе Этҡол ауылында таҡта ярыу заводы бар ине. Бер көнө ҡапыл завод бер өҙлөкһөҙ оҙон-оҙон итеп гудок бирә, бер туҡтауһыҙ ҡысҡырта башланы. Элек ул ҡыҫҡа-ҡыҫҡа итеп сәғәтенә бер генә ҡысҡыртып ала торғайны. Был хәл беҙҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. Еңеүҙең яҡынлашып килеүе тураһында белә инек. Шуға күрә беҙҙән өлкәнерәк Кәшәфетдин, Әүхәҙи, Салауат ағайҙар һиҙенеп:
— Һуғыш бөткән, — тип ҡысҡырып ебәрҙе, һәм беҙ күмәкләп ауылға табан йүгерҙек. Байым халҡы, сәсеү ваҡыты булһа ла, баҫыу эштәрен ҡалдырып, ауылға ҡарай ағыла башланы. Халыҡ бер-береһен ҡотлай, шатлана, илаша.
— Беҙ еңдек!!! — тип ҡысҡырыша.
Иң тәүҙә ауылға Абдрахман ағай Зарипов орден-миҙалдар тағып ҡайтып төштө. Мин уларға барып:
— Беҙҙең атайҙы күрмәнеңме, ул ҡасан ҡайта? — тип һорағаным әле лә хәтерҙә. Ә ул мине тынысландырып:
— Дошманды еңдек, тиҙҙән ҡайтыр, — тигән була ул. Минең аҙаш Азамат бәхетле, ул хәҙер атайлы, ә беҙ, атайһыҙ ҡалған малайҙар, атайлы тиҫтерҙәребеҙгә ҡарап көнләшәбеҙ. “Аталы бала — арҡалы, инәле бала — иркәле” тигәндәй, атайлы малайҙарға әҙ генә ҡырын һүҙ йә йоҙроҡ эләкһә:
— Атайыма әйтәм, — тип ҡайтып китерҙәр ине. Үҙҙәре аталары менән маҡтаналар. Беҙ иһә: «Атайыбыҙ булһа, беҙ ҙә шулай ғорурланыр инек», — тигән булабыҙ ҙа эскә ут йотабыҙ.
Ауылға берәм-берәм иҫән ҡалған яугирҙәр ҡайта башланы. Уларҙың һәр береһенең йөҙөнән үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙҙы, атайҙарыбыҙҙы эҙләнек.
Һуғышҡа ун һигеҙ йәше лә тулмаҫ элек киткән ауылдашыбыҙ Сәғәҙи Ҡәйепҡолов ҡайтып төштө. Ул Берлинды алыуҙа ҡатнашҡан, Германияның үҙендә булып, дошманды өңөндә дөмбәҫләп ҡайтҡан яугир. Бик күп күстәнәстәр, бүләктәр менән ҡайтып, беҙҙең кеүек етем-еҫерҙе ҡыуандырҙы. Беҙгә Германиянан алып ҡайтҡан кәнфит-печеньеларын таратты, ә ҡустыһы Әүхәҙи менән Нәжметдингә ауыҙ гармуны бүләк итте. Сәғәҙи ағай алып ҡайтып ашатҡан шул тәмлекәстәрҙең тәме әле һаман да тел осонда тора кеүек.
Һәр фронтовик балаларҙы, «атайығыҙ тиҙҙән ҡайтыр», тип йыуата торғайны. Беҙ быға ышанабыҙ, оло юлдан күҙҙәребеҙҙе алмай көн дә көтәбеҙ. Ә ул юҡ та юҡ. Айҙар, йылдар буйы көттөк, әммә атайыбыҙ ҡайтманы...
Беҙҙең атай 1943 йылдың 19 мартында Смоленск өлкәһендә барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә һәләк була. Наумово ауылында ерләнә. Был турала беҙгә военкоматтан ебәрелгән «ҡара ҡағыҙ»ҙа әйтелгәйне. Атайымдың ҡайҙа ерләнгәнен белгәс, күпме тапҡыр уның ҡәберен барып күрергә ынтылдым. Төрлө сәбәптәр арҡаһында бара алманым. Был тормош шундай үкенестәрҙән торалыр инде. Ошо Наумово ауылына барып:
— Бына, атай, мин һине эҙләп таптым. Ятҡан ерең тынысмы? Беҙ, һинең балаларың, үҫеп, кеше булдыҡ. Бала саҡта «атай» тип өндәшер кешебеҙ эргәлә булмаһа ла, ҡәҙерлебеҙҙең һөйәктәре ятҡан ҡәберлекте күреп, унда тыуған яҡтың тупрағын илтеп һалырға тип ынтылдыҡ. Беҙ һине, атай, гел иҫкә алабыҙ, һының беҙҙең күңелдәрҙә һәр саҡ йәшәр. Беҙҙе бит Әғзәмдең улы, Әғзәмдең ҡыҙы тип йөрөтәләр. Беҙ бит һинең ҡаныңдан, йәнеңдән яралғанбыҙ, — тип әйтке килә. — Рухың рәнйемәһен, атай. Яу ҡырында ятып ҡалдың. Беҙҙең йәшәү өсөн ғүмереңде бирҙең. Үҫкәндә лә, хәҙер ҙә исемеңде телдән төшөрмәнек. Фамилияңа оят килтермәнек, һинең ейән-ейәнсәрҙәрең дә шулай булыр тип ышанабыҙ.
1942 йылдың декабрь айында беҙҙең ғаиләлә фажиғәле ваҡиға булды. Ул ҡыш үтә һалҡын ине. Әғләм ҡустым, йылынам тип, ҡыуыҡһыҙ етеле шәм (ете ептән үрелгәне — етеле, ун ептән үрелгәне унлы шәм тип атала ине) янына килеп ултырҙы, әммә шәм ҡапыл ҡолап, майы ҡустым өҫтөнә түгелде. Шәмдә кәрәсин түгел, ә бензин булған икән. Ҡустымдың өҫтөнә шунда уҡ ут ҡапты. Иҙән йыуып йөрөгән 13 йәшлек Мөбинә апайым, һүндерәм тип, иҙән йыуған һыуын уның өҫтөнә һипте, ул тағы ла көслөрәк янып китте. Күпме генә тырышһаҡ та уны ҡотҡара алманыҡ. Ике көн ҡысҡырып ятып вафат булды.
Әсәйем: «Ерләр өсөн ауылда оло ир заты ҡалмағас, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ислам дине буйынса зыяратҡа инеү тыйылған булһа ла, туң ерҙе соҡоп, ҡәбер ҡаҙып, дини йолаларҙы үҙебеҙсә атҡарып ҡуйҙыҡ», — тип һөйләне аҙаҡтан. Был бөтәбеҙ өсөн дә ҡаты ҡайғы булды. Уны оҙаҡ онота алмай ыҙаланыҡ. Йылдар үткәс тә Әғләм ҡустымдың асырғанып ҡысҡырыуы ҡолаҡҡа килеп бәрелә. Меҫкен әсәйебеҙ нисек түҙгәндер был ҡайғыға.
Булды инде заманалар, шәм тоҡандырыр өсөн кәрәсине, ашҡа һалыр өсөн тоҙо, ут тоҡандырам тиһәң, шырпыһы булманы. Һуғыштан һуң да шырпы, кәрәсин, тоҙ алтын хаҡына торошло ҡиммәтле әйбер ине. Усаҡҡа ут тоҡандырыр өсөн ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә ялан аяҡлап күршенән тере ҡуҙ алып сыҡҡан саҡтар бөгөнгөләй хәтерҙә. Шырпы булмау сәбәпле, ҡуҙҙы һүндермәйенсә, көлгә күмеп һаҡлай торғайнылар. Шул замандарҙан ут алышып торған иң яҡын күршеләрҙе «ут күрше» тип атанылар.
Беҙҙе әсәйем ҡайғы килһә, артыҡ бөтөрөнмәҫкә, шатлыҡ килһә, артыҡ кәперенмәҫкә өйрәтте. Атайымдың «ҡара ҡағыҙы» килгәс тә әсәйем үтә төшөнкөлөккә бирелмәне, ҡайһы берәүҙәр кеүек ҡойолоп төшмәне. Беҙҙе лә ныҡ тотто, күңел төшөнкөлөгөнән әрсәләне:
— Бер беҙҙә түгел, илгә килгән ҡайғы, өй һайын хәсрәт, өй һайын “ҡара ҡағыҙ”. Илап-һыҡтап ҡайғыны еңеп булмай, — ти торғайны”.
Эйе, һәр ҡыйынлыҡтан һуң еңеллеге лә килә. Бөйөк Ватан һуғышының фашистарҙы еңеү менән тамамланыуы шул еңеллек килеүе, ҡайғыларға төрөнгән шатлыҡ булғандыр, күрәһең, сөнки был һуғыштан күптәр ҡайтмай...
Тормош ауырлыҡтарын бала сағынан үҙ йәнендә кисереп, үҙ елкәһендә татып, үҙ көсөнә генә ышанып үҫкәнгә күрәлер, Азамат ағай балаларына, уҡыусыларына бик йомшаҡ мөғәмәләлә булды. Мин, күпме ваҡыт аралашып йөрөһәм дә, уның кемгәлер ҡысҡырып өндәшкәнен ишеткәнем булманы.
Туғандары, хеҙмәттәштәре, ауыл халҡы менән дә ул һәр ваҡыт яғымлы аралашты. Ғөмүмән, уның бер ҡасан да, бер кемгә лә уҫал екереү түгел, тауыш күтәргәне булмағандыр. Кеше тураһында ул гел яҡшы фекерҙә булды, кем генә мөрәжәғәт итһә лә, үҙенең бөтә мәшәҡәттәрен онотоп, ярҙам итергә тырышты. "Ағай, һин Хоҙай Тәғәлә түгелһең бит, ниңә бөтә кешенең хәсрәтен йәнеңә яҡын алаһың? Үҙеңде һаҡла, йәнеңде йәллә әҙерәк булһа ла", - тигәнде лә тыңламаны.
Азамат ағай үҙенең йәмәғәт эштәрендә әүҙем, ныҡышмал, тырыш булыуы менән дә һоҡландырҙы. Ул агитатор ҙа, пропагандист та, ауылдаштарына эскерһеҙ кәңәшсе лә булды. Ололарҙы ла, кеселәрҙе лә үҙенә яғымлы, йылы мөнәсәбәте менән ылыҡтырҙы, ябайлығы менән һәр кемдең күңеленә яҡын булды. Ул өлкәндәр менән дә, йәштәр менән дә, хатта бала-саға менән дә үҙен тигеҙ тотто. Бер кемгә лә өҫтән, юғарынан ҡарап һүҙ ҡушманы.
Тыуған еренең патриоты һәр саҡ үҙ төйәген, ауылдаштарын, яҡташтарын илгә танытыр өсөн тырышты. Был турала уның китаптары ла һөйләй. Азамат Әғзәм улының 2003 йылда баҫылып сыҡҡан "Беҙ - байымдар" исемле тәүге китабында үҙе тыуып үҫкән Байым ауылының тарихы, ырыу аралары, арҙаҡлы шәхестәре, ауылдаштарының бөгөнгө йәшәү рәүеше тураһында бәйән итеп, ауыл үҫешендәге мөһим ваҡиғаларҙы һүрәтләп, төплө мәғлүмәттәр бирә, тыуған төйәгенең ер-һыу атамаларын барлай, уларҙың исемдәренең барлыҡҡа килеүен асыҡлай.
Ары ул "Ел-дауылдар аша" китабында 2-се Этҡол ауыл Советына ингән 2-се Этҡол, Байым, Сәйетбаттал (Ҡуяндар) ауылдарының ҡыҫҡаса тарихын барлап, унда йәшәгән ырыу араларының шәжәрәләрен төҙөй. Ул ауылдарҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр тураһында мәғлүмәт бирә. 2-се Этҡол ауыл Советының ойошторолған йылдарынан бөгөнгө көндәргә тиклем үткән үҫеш юлын байҡай. Был төбәктә йәшәгән кешеләр, булып үткән ваҡиғалар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бер китапҡа туплап, Азамат Әғзәм улы бөгөнгө йәштәргә, киләсәк быуынға фәһемле мәғлүмәт сығанағы булдырҙы. 2008 йылда Азамат Әғзәм улы Рамазан Үтәғолов менән бергә "Сәсәндәр иленә сәйәхәт" исемле китап яҙып, йор һүҙгә бай яҡташтарының, шиғыр оҫталарының исемдәрен халыҡҡа танытты.
Оҙаҡ йылдар (үҙе әйтеүе буйынса - 1965 йылдарҙан) буйына Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары тураһында йыйған материалдарын эшкәртеп, 2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арнап, Азамат ағай башҡа төбәктәрҙә лә үрнәк итеп алырлыҡ "Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән" исемле тарихи әһәмиәткә эйә китап яҙып сығарыуға иреште. Шулай уҡ "Шәһәрғәзе сәсән" китабы ла ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Шәһәрғәзе сәсән тере саҡта, уның менән яҡын аралашып, ауыл, ил, донъя хәлдәре тураһында әңгәмәләшеп йәшәгәнгә күрә, китапта килтерелгән күп материалдар автор тарафынан тарихи тоғролоҡта яҙылған.
Азамат Әғзәм улы һөйөклө ҡатыны, балаларының әсәһе Люциә Хәйбулла ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә арнап, 2012 йылда "Оло юлда Юлыҡ" исемле китап яҙа. 2013 йылда Байым ауылына нигеҙ һалыусы, атаҡлы мәғрифәтсе Байым Динебәк тураһында "Байым ишан нәҫелдәре", үҙенең 75 йәшлек юбилейына арнап, ғаиләһе, туғандарының тормош юлы тураһында "Ғүмер ағыштары - ғаилә яҙмыштары" исемле китаптар баҫтырып сығара.
Ошо ҡыҫҡа арала донъя күргән ижади емештәре халыҡ араһында киң билдәлелек алыуына шатланып бөтә алмай, уҡыусылар, студенттар, китап уҡыусылар менән осрашып, уларҙың йәндәренә фәһемле орлоҡтар һалып, һуңғы көндәренә тиклем яңынан-яңы ижади пландар ҡороп, киләсәккә өмөтләнеп, дәртләнеп йәшәне Азамат ағай. Ул аҙаҡҡы көндәренә тиклем йәшәргә тырышты, иртәгәһе булыуына ышанды. Йәшәргә теләге лә, тормошҡа ашырыр маҡсаттары ла бар ине. Байтаҡтан бирле төрлө ваҡытта ижад эше менән булышҡан ауылдаштарының шиғырҙар китабын сығарыу теләге менән янды.
Халҡының лайыҡлы улы, үҙ иленең патриоты, арҙаҡлы уҡытыусы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты эшкә әрһеҙ, тормошта әүҙем, игелекле Азамат Әғзәм улы һәр ваҡыттағыса үҙенә хас мөләйем йөҙлө, алсаҡ күңелле кеше булып беҙҙең күңелдәрҙә һаҡланыр.
Китаптары:
1."Беҙ - Байымдар"(2003)
2."Ел - дауылдар аша"(2005)
3."Шәһәрғәзе сәсән"(2005)
4."Ғүмерем ағыштары - ғаиләм яҙмыштары"(2008)
5."Сәсәндәр иленә сәйәхәт"(2009)
6."Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән"(2010)
7."Оло юлда Юлыҡ"(2012)
8."Байым ишан нәҫелдәре"(2013).
Һүҙ аҙағында Башҡортостан хөкүмәтенең ҡарары тураһында әйтеп китмәй булмаҫ. Һүҙ Икенсе Этҡол урта мәктәбенә Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың исемен биреү тураһында бара. Бына ул документ.
ПРАВИТЕЛЬСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
ПОСТАНОВЛЕНИЕ
от 23 декабря 2021 года N 697
О присвоении имени Тажитдинова Азамата Агзамовича муниципальному общеобразовательному автономному учреждению средняя общеобразовательная школа с. 2-е Иткулово муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан постановляет
3. Принять к сведению, что финансирование мероприятий, связанных с присвоением имени Тажитдинова Азамата Агзамовича муниципальному общеобразовательному автономному учреждению средняя общеобразовательная школа с. 2-е Иткулово муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан, осуществляется за счет средств бюджета муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан.
4. Признать утратившим силу приложение N 1 к Постановлению Правительства Республики Башкортостан от 20 сентября 2021 года N 470 "О присвоении культурно-досуговым учреждениям Республики Башкортостан имен участников Великой Отечественной войны и выдающихся деятелей культуры и искусства Республики Башкортостан".
5. Контроль за исполнением настоящего Постановления возложить на заместителя Премьер-министра Правительства Республики Башкортостан Бадранова А.Ш.
Премьер-министр Правительства Республики Башкортостан
А. Г. НАЗАРОВ.
Яратҡан уҡытыусым ине. Азамат Әғзәм улының яҡты иҫтәлеге мәңгелеккә күңелдәребеҙҙә яҡты бер нур булып ҡалыр...
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ТӨП СЫҒАНАҠТАР