Гөлфиә Ниғмәтуллина – Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите хәбәрсеһе.
“Ҡ” хәрефенә
Ҡурайсы ҡырҙа ҡурай ҡырҡа,
Ҡымыҙ ҡоя ҡырҙа ҡымыҙсы.
Ҡартәсәйҙәр ҡорот ҡоя,ҡара,
Ҡумыҙсыға ҡулай ҡумыҙы.
Ҡайнатмалар ҡайнаталар ҡыҙҙар
Ҡыҙыл,ҡара ҡарағаттарҙан.
Ҡарт-ҡороға ҡиммәт ҡыҙыу ҡорҙар,
Ҡашмау ҡашлай ҡыҙлы ҡатындар.
Ҡыҙыу ҡанлы ҡыйыу ҡан-ҡәрҙәштәр
Ҡобайырын ҡушып ҡалҡынды.
Ҡорамаһын ҡоршап, ҡағын ҡаҡлап
Ҡара ҡайғыларҙы ҡайырҙы.
Ҡаяларҙан ҡайнар ҡояш ҡалҡты,
Ҡыңғырауҙар ҡаҡты ҡолаҡта.
Ҡанаттарын ҡағып ҡоштар ҡайтты,
Ҡыуаныстар ҡайнар ҡарашта.
Ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай һин, Ҡыҙыл ҡыҙы!
Рәми Ғарипов.
Ҡыҙыл ҡыҙы!
Ҡыҙыҡ ҡына була ала алам,
Ҡыйыу ғына була ала алам.
Мин Ҡыҙылдай ҡыҙып ярһып алам,
Мин Ҡыҙылдай ҡай сағында тынам.
Ҡыҙыл ғына буйы бигерәк йәмле,
Ҡыҙарып та еләк бешкәнендә.
Ҡыҙыҡ ҡына сағым иҫкә төштө,
Ҡыҙыл буйҡайына төшкәнемдә.
Ҡыҙыҡ саҡтар бала саҡта булды,
Ҡыҙыл ятыуҙарын кискәндә.
Шау-гөр килеп үткән бала сағым
Әле һаман, әле иҫемдә.
Ҡыйыу ғына йырып киләм әле
Йәшлегемдең матур йылдарын.
Бирмә, Хоҙай, борма-борма барған
Ҡыҙыл йылғаһының юлдарын.
Ҡыйыу ғына сағым һаман иҫтә:
Ҡыйылып та һиңә ҡарағанда.
Ҡара ҡарағаттай күҙҙәреңде
Иң матуры тиеп, һанағанда.
Ҡыҙыл йылғаһының ташҡынындай,
Ҡыҙып-ҡыҙып алған саҡтарым бар.
Ярһып ташып, хисем түгелеп бөткәс,
Үҙ яйыма аҡҡан саҡтарым бар.
Ҡыҙыл буйҡайҙарын һағынғанмын,
Күрәһеңдер инде күҙемдән.
Ҡыҙыулығым булһа Ҡыҙылымдан,
Ҡыйыулығым күскән Ҡыҙылымдан,
Ҡыҙыҡлығым иһә үҙемдән!
Ҡыҙыл буйы ҡара муйыл...
Ҡыҙыл буйы ҡара муйыл,
Ҡыҙыл буйы ҡарағат.
Парлап үргән толомомдо
Әсәй, киренән тағат.
Ҡара ҡарағатын йыйҙым,
Муйылын суҡлап-суҡлап.
Әсәйҙең кәңәштәренә
Төшөнәбеҙ шул яйлап.
Муйылы ла уңған быйыл,
Ҡара ҡарағатҡайы.
Әсәйҙәр генә тыңлай ул,
Әсәйҙәр генә аңлай ул,
Ғәзиз ул-ҡыҙыҡайын,
Ҡәҙерле балаҡайын...