Ҡолсора, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарының «Йәшлек», «Йәншишмә» бейеү ансамблдәрен белмәгән кеше юҡтыр. Рәсимә Халиҡова етәкселегендәге был ансамблдәр район, республика конкурстарында ғына түгел, ә ил кимәлендәге бәйгеләрҙә лә үҙҙәрен һынап ҡарай һәм һәр ваҡыт еңеүгә өлгәшә. Быйылғы йыл улар өсөн ижади еңеү, ҡыуаныс менән башланып китте. Улар Санкт-Петербург ҡалаһында үткән «Раштыуа каникулдары» конкурсында район, республика данын яҡлап сығыш яһаны һәм лайыҡлы Гран-при яуланы!
«Ҡазан ҡалаһында бейеү конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулағайныҡ һәм беҙгә Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһарға тип, саҡырыу ҡағыҙы ебәрҙеләр. Мин мәҙәниәт өлкәһендә лә, мәғариф өлкәһендә лә бейеү түңәрәктәре алып барғас, ике ансамблем менән дә сығыш яһаясағыбыҙҙы белдерҙек. «Йәншишмә»ләр «Йәш саҡ - дәртле саҡ» бейеүен башҡарһа, «Йәшлек» өлгөлө бейеү ансамбле «Ҡапма-ҡаршы» бейеүен тәҡдим итте. Ике бейеү ҙә Рәис Низаметдиновтыҡы, уны Нурсиә Халиҡова һәм Фәйез Усманов сәхнәгә сығарҙы. Ете егет һәм ете ҡыҙ сығыш яһаныҡ. Илдең төрлө төбәктәренән килгән бейеүселәр бик көслө ине. Беҙ барып инеү менән ойоштороусыларҙың, Башҡортостан, беҙ һеҙҙе көткәйнек, тигән йылы һүҙҙәре беҙгә ҡанат ҡуйҙы. Һәр категорияла беҙҙең бейеү коллективы беренсе урын алды. Һәм ике ансамблде бергә ҡушып, беҙгә Гран-при бирҙеләр. Шулай уҡ «Иң яҡшы костюм», “Халыҡ йолаларын һаҡлағаны һәм арттырғаны өсөн” номинациялары еңеүселәре лә булдыҡ. Бынан тыш, ансамблдә сығыш яһаусы һәр бейеүсебеҙ матур бүләктәргә лайыҡ булды. Беҙ был конкурсҡа бик ентекле һәм ныҡ әҙерләндек. Үҙ көсөбөҙгә ышандыҡ һәм еңеүгә лә өмөтөбөҙ бар ине. Аллаға шөкөр, тәьҫораттарыбыҙ бик яҡшы. Балаларын ҙур конкурсҡа әҙерләп ебәргән ата-әсәләргә, бигерәк тә беҙҙең менән бергә барып, йөрөп ҡайтҡан Фирҙәүес Самарбаеваға, район мәҙәниәт бүлеге етәкселегенә, беҙгә рухи һәм матди ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ Санкт-Петербургта беҙҙе ҡаршы алған,буш ваҡытыбыҙҙы файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә булышлыҡ иткән Үрге Иҙис ҡыҙҙары Айгизә һәм Гөллирә Халиҡоваларға рәхмәтебеҙ ҙур”, - тине ансамбль етәксеһе Рәсимә Әнүәр ҡыҙы.
Баймаҡ, Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлап, матур сығыш яһап ҡайтҡан йәш сәхнә йондоҙҙарына һәм Рәсимә Халиҡоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Беҙ һеҙгә һоҡланабыҙ һәм һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!