Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Декабрь 2024, 15:22

Буранбайҙан булыуым менән бәхетлемен

   Буранбайҙан булыуым менән бәхетлемен   Туймазы ҡалаһында төбәк-ара халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында «Оҙон көй» конкурсы үтте. Унда барлығы 70-тән ашыу конкурсант ҡатнашты. Баймаҡ районы данын яҡлап сығыш яһаған Буранбай ауылы егете Хәбир Аралбаев Гран-приға лайыҡ булды. Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға еңеүсе менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ. Дауамы сайтта:

     Буранбайҙан булыуым менән бәхетлемен

 

Туймазы ҡалаһында төбәк-ара халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында «Оҙон көй» конкурсы үтте. Унда барлығы 70-тән ашыу конкурсант ҡатнашты. Баймаҡ районы данын яҡлап сығыш яһаған Буранбай ауылы егете Хәбир Аралбаев Гран-приға лайыҡ булды. Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға еңеүсе менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

- Хәбир, һине шундай ҙур конкурстағы уңышың - Гран-при яулауың менән ҡотлайбыҙ. Әйҙә, әңгәмәне бала сағыңдан  башлайыҡ.  Сәхнәгә тәүге тапҡыр нисә йәштә сыҡтың?

- Сәхнәгә тәүге тапҡыр 7 йәштә сыҡтым. Таулыҡай ауылында йыр конкурсы булғайны. Шунда «Моңло ҡурай» йырын йырлап, икенсе урын алғаным хәтеремдә. Унан һуң 2-се класта уҡығанда «Сулпылар» республика йыр бәйгеһендә үҙемде һынап ҡараным.

- Сәнғәткә булған һөйөүең кемдән килә?

- Ата-әсәйемдән. Улар икеһе лә мәктәптә эшләне. Атайым Фәттәх Аралбав - йыр дәресенән уҡытһа, әсәйем Зарифа Аралбаева утыҙ йылдан ашыу, йәғни Буранбайға килен булып төшкәндән алып бейеү түңәрәген етәкләй. Әле лә ул етәкләгән  «Еҙ үксә» өлгөлө бейеү ансамбле уңышлы эшләй. Мәктәпкә уҡырға бармаҫ борон уҡ әсәйем мине үҙе менән эшкә алып бара ине. Шунда ағай-апайҙарға эйәреп бейеп йөрөй торғайным. Ҡурай уйнарға атайым өйрәтте. Бик иртә өйрәндем. Әле лә иҫемдә: урта тешем төшкәйне, ҡурайҙа һыҙғыра алмай, инде ҡурай уйнай алмаҫмын микән, тип илап ултырыуым (йылмая).

- Белеүемсә, Аралбаевтар барыһы ла тиерлек йырлай?

- Эйе, ҡартәсәй-ҡартатайым да йырланы. Төрлө байрам, мәжлестәргә йыйылғанда гел йырлай, бейей торғайнылар. Фәннүр ағай Аралбаев та билдәле йырсы. Ул районда ғына түгел, республикала үткән бик күп конкурстар еңеүсеһе. Халыҡ йырҙарын бик матур башҡара. Нәркәс һәм Нәргизә апайҙар, Иҙел ағай Аралбаевтарҙы ла халыҡ йырсылар булараҡ белә.

- Ҡайҙа белем алдың?

- 9 йыллыҡ Буранбай мәктәбен тамамлағандан һуң, 2009-2012 йылдарҙа Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында уҡыным.

- Беҙ һине Ф.Ғәскәров ансамбле солисы булараҡ беләбеҙ. Шул турала һөйләп үтһәң.

- Уҡыу йортон тамамлау менән 2012 йылда Ф.Ғәскәров ансамбленә эшкә килдем. Ул ваҡытта ансамблдең художество етәкселәре Айҙар Зөбәйҙуллин һәм Гүзәл Әсәҙуллина ине. Колледжға килеп, мине һайлап алдылар.  Һәм әлегә тиклем үҙ эшемде яратып, дәртләнеп эшләп йөрөйөм. Ошонда эшләргә мин бала саҡтан хыяллана инем. Әммә ул тормошҡа ашмаҫтай тойолдо. 2009 йылда балалар өсөн үткәрелгән «Байыҡ» бейеү конкурсында ҡатнаштым. Шунда Рита Өмөтбаева миңә ошо уҡыу йортона барып ҡарарға тәҡдим иткәйне. Ата-әсәйем менән кәңәшләшкәндән һуң, улар ҙа бейеүсе булырға хыялланыу теләгемә ҡаршы килмәне.

- Яратҡан бейеүең?

- «Өс таған» бейеүендә - бабай роле, «Кейәү» бейеүендә - Гармунсы роле, «Көтөүсе» бейеүе һәм башҡалар. Барыһы ла күңелгә яҡын.

- Остаздарың кем?

- Иң тәүҙә, ата-әсәйем. Әсәйем бейеүгә һөйөү уятһа, атайым йырлау,  ҡурайҙа уйнау нескәлектәрен өйрәтте. Улар минең тәүге уҡытыусыларым. Шулай уҡ остаздарым - колледждағы халыҡ бейеүҙәре буйынса  уҡытыусым Земфира Ғабдулхаҡова, Марат Кәримов, Рим Ғәбделмәнов,  бейеү серҙәренә өйрәтеүсе Роберт Хәмиҙуллин, Рөстәм Мөликов. Йыр буйынса остазым - Фәннүр ағай Аралбаев. Уның моңона бала саҡтан ғашиҡмын. Йырҙарын тыңлап, үҙем аша үткәреп, ҡанға һеңдереп үҫтем. Шуға ла хәҙер миңә йырлағанда Фәннүр ағайың кеүек йырлайһың, обороттарың, мелизмдарың оҡшаған тип. Ул да былтыр “Оҙон көй”ҙә ҡатнашып, 1-се урын алғайны.  Сәнғәт колледжында уҡығанда, йыр буйынса практикаға Нәркәс апай Аралбаеваға йөрөнөм. Ул миңә тауышты нисек асырға, йырлағанда нисек дөрөҫ тын алырға өйрәтте.

- Ошоға тиклем халыҡ йырҙарын башҡарыу конкурсында ҡатнашҡаның булғайнымы?

- Халыҡ йырҙарын тыңларға, йырларға яратһам да, ошоға тиклем үҙемде һынап ҡарағаным юҡ ине. «Оҙон көй» конкурсында быйыл тәүге тапҡыр ҡатнаштым.

- Еңеүгә өмөтләнгәйнеңме?

- Төп маҡсат - үҙемде һынап ҡарау ине. Шулай уҡ башҡа конкурсанттар башҡарған оҙон көйҙәрҙе тыңлап ҡайтһам, тип барған инем.

- Белеүебеҙсә, конкурс ике көн дауамында барҙы. Ниндәй этаптарҙан торҙо ул?

- Тәүге көндө беренсе һәм икенсе тур булды. Беренсе турҙа мотлаҡ йырлана торған программаға ингән йырҙы музыкаль оҙатыуһыҙ һәм үҙең һайлаған йырҙы ҡурай йә баянға ҡушылып йырларға кәрәк ине. Икенсе турҙа  “Буранбай”ҙы башҡарҙым.

- Конкурсанттар көслө булдымы?

- Эйе. Мәскәү, Силәбе, Ханты-Мансы, Татарстан, Ҡазан һәм башҡа төбәктәрҙән бик көслө йырсылар килгән ине.

- Ниндәй йырҙы башҡарҙың?

- «Ҡара ат», «Эскадрон», «Буранбай»ҙы. Сөнки был башҡорт халҡының классик йырҙарын бала саҡтан гел ишетеп үҫкәнгә, улар миңә оҡшай. Уны башҡарыу өсөн киң диапазон, оҫталыҡ кәрәк. Бер нисә тапҡыр йырлап ҡараным да, килеп сыҡҡас, алып барҙым конкурсҡа.

- Оҙаҡ әҙерләндеңме конкурсҡа?

- Конкурсҡа мин ғүмер буйы әҙерләндем тиһәң дә була. Сөнки кеше ишетеп, тыңлап өйрәнә. Эшкә йөрөгәнемдә машинала гел йырлап йөрөйөм. Халыҡ йырҙарын ҡуям да уларға эйәреп ҡушылып йырлайым.  Бигерәк тә Абдулла Солтановтың йырҙары күңелемә яҡын.  Конкурста ҡатнашыу өсөн генә түгел, ә күңелемдә булғас, йырланым да йырланым. Шулай итеп, оҙон көй йырлау серҙәренә төшөндөм. Бейеү буйынса гастролдәрҙә йөрөгәндә лә ваҡыт табып йырлап алам. Иҙел ағай Аралбаев мине тыңлап ҡарап, яңылышлыҡтарымды төҙәтте, ярҙам итте, шулай уҡ  телефон аша атайыма йырлап күрһәттем. Ул тонды тура килтереп, тейешлеһен табырға ярҙам итте.

- Еңеүсе булараҡ алған тәьҫораттарың?

- Тәьҫораттар, әлбиттә, бик яҡшы. Мин ныҡ ҡыуандым. Барыһы ла шылтыратып ҡыуаныс уртаҡлашты. Айырыуса профессиональ йырсыларҙың ҡотлауҙары, йылы һүҙҙәре көс-дәрт бирҙе. Шундай ҙур конкурста үҙемде һынап ҡарағаным өсөн шатмын.

- Кемдәргә рәхмәтлеһең?

- Көслө тәрбиә биргәндәре, матур мөхиттә үҫтергәндәре, башҡорт ижадына һөйөү уятҡандары өсөн иң тәү сиратта ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Шулай уҡ уҡытыусыларыма, остаздарыма, ғаиләмә иң йылы һүҙҙәремде еткерәм. Конкурс барышында улар минең төп терәк-таянысым булды. БР Мәҙәниәт министрлығына, конкурсты ойошторған Туймазы ҡалаһы хакимиәтенә,  Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә лә ҙур рәхмәт.

- Был конкурста атайың да ҡатнашҡан икән?

- Эйе, ул 1-се урын яуланы. Был да минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Атайым минең эргәмдә булып, еңеүемде күреп, ҡыуанып йөрөп ҡайтты. Аталы-уллы конкурста ҡатнашып, береһе Гран-при, икенсеһе 1-се урын алып ҡайтҡаны юҡ ине әле, тинеләр.

- Һеҙ ғаиләлә өс малай. Өсөгөҙ ҙә сәнғәт юлын һайлағанмы?

- Ағайым Хәлил дә, ҡустым Зәкир ҙә бала саҡтан йырланылар, бейенеләр. Ҡурайҙа, гитарала уйнайҙар. Ләкин киләсәктәрен сәнғәт менән бәйләмәнеләр. Хәлил ағайым медицина юлын һайлап, врач булып эшләй, Зәкир ҡустым - инженер. Бәлки, улар ҙа киләсәктә халыҡ йырҙарын йырлау буйынса конкурстарҙа ҡатнашыр. Сөнки икеһендә лә сәнғәткә һөйөү бар. Йыр-моңға булған һәләттәрен йәшермәй, халыҡҡа күрһәтһендәр ине, тип теләйем.

- Буранбай - йырсылар төйәге икәнен һин йәнә дәлилләнең. Ошо ауылда тыуып үҫеүең һиндә ғороурлыҡ тойғоһо уятамы?

- Әлбиттә, ғорурланам. Сөнки Буранбай ауылы - Башҡортостандың феномены, тип әйтер инем. Бик күп шағирҙар, йырсылар, ҡурайсылар, бейеүселәр сыҡҡан беҙҙең ауылдан. Әхмәр Үтәбаев, Рәис Түләк, Ғаяз һәм Әхиәт Ғәйетбаевтар, Юнир һәм Иҙел Һағынбаевтар, Рәмил Ҡотосов, Хәбир Раев, Иҙел Аралбаев, Марсель һәм Нух Ҡотоевтар, Йәмил Үтәбаев һәм башҡалар – ауылыбыҙ ғорурлығы. Әгәр ниндәй ауылда тыуыу мөмкинлеген һайларға кәрәк булһа, мин һис икеләнмәйенсә, Буранбайҙы һайлар инем. Ул минең рухи байлыҡ алған тыуған ауылым. Ата-әсәйем  янына, тәпәй баҫҡан еремә йыш ҡайтырға тырышам. Һәрешҡужа тауына менеп, Һаҡмар йылғаһында һыу инеп, Ташкит һыуын эсеп, көс-дәрт туплап, яңынан дәртләнеп эшкә тотонам.

- Һиңә йыр яҡыныраҡмы, бейеүме?

- Бейеү яҡыныраҡтыр. Сөнки мин тормошомдо ошо һөнәр менән бәйләгәнмен, профессиональ бейеүсемен. Ул минең яратҡан эшем. Шулай ҙа йырларға ла яратам. Бейеүселәр хаҡлы ялға иртәрәк сыға. Бер нисә йылдан, Аллаһ бирһә, хаҡлы ялға сыҡҡас, бәлки, үҙемде ныҡлап  йыр сәнғәтенә бағышлармын.

- Ғаилә хәлең?

- Өйләнгәнмен. Аллаға шөкөр, Әлим исемле улыбыҙ үҫеп килә.

- Тормош иптәшең дә сәнғәт кешеһеме?

- Эйе, ул да Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдә бейей. Әлеге ваҡытта декрет ялында. Үҙе лә артист кеше булараҡ, мине аңлай, һәр яҡлап минең терәгем, кәңәшсем.

- Киләсәккә пландарың?

- Киләсәккә пландар күп. Үҙемде ҡурай, йыр яғынан тағы ла үҫтерергә уйлайым. Бөтә яҡтан да профессиональ кимәлдә артист булырға теләйем. Һәм яйлап ошо маҡсатыма табан атлайым.

- Ихлас әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Хәбир. Булған хыялдарың тормошҡа ашһын! Киләсәктә лә һине сәхнәләрҙә бейеүсе, йырсы, ҡурайсы һәм тағы ла ҙурыраҡ конкурстар еңеүсеһе  итеп күрергә яҙһын!

Альбина Байегетова әңгәмәләште.

 

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас