Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Конкурстар
12 Декабрь 2024, 05:08

Гөлзифа Исрафилова

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдинов  Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсты дауам итәбеҙ. Бында һеҙ шиғырҙарығыҙҙы, хикәйәләрегеҙҙе ебәрә алаһығыҙ. Шулай итеп, тәүгеләрҙән булып шиғырын Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылынан Гөлзифа Исрафилова тәҡдим итте. Уҡыйыҡ, баһалайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ.  ҮТКӘН ЙЫЛЫМА.Үтә йылдар, күңелдәргәӨҫтәп һағыш.Һәр үткәне үҙенсәләпҺала нағыш.Нағыштары төрлө - төрлөТөҫтәр менән,Ҡайылғандар йөрәктәгеХистәр менән.Устарыма йондоҙ яуғанМәлдәрем бар!Йөрәгемә ҡан һауҙырғанХәлдәрем бар...Һәр бер көнөң күңелемдәСағыу биҙәк.Илатһаң да, йырлатһаң даҠалмам биҙрәп.Оҙатам да был мөсәлдеОҙаҡ йылға,Ҡулдарымды күтәрәм дәҠылам доға:"Йә Аллаһым, насип итсеОсрашырға.30.12. 2023.ҠЫЙЫН.Күңелдә лә әллә ҡышмы -Туңған һымаҡ...Илһам ҡошом һайрауынанТынған һымаҡ.Йөрәгемдең тибеше ләЯйлағандай,Ҡырҡ сыраҡтың береһе ләЯнмағандай...

Гөлзифа ИсрафиловаГөлзифа Исрафилова
Гөлзифа Исрафилова

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдинов 

Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсты дауам итәбеҙ. Бында һеҙ шиғырҙарығыҙҙы, хикәйәләрегеҙҙе ебәрә алаһығыҙ. Шулай итеп, тәүгеләрҙән булып шиғырын Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылынан Гөлзифа Исрафилова тәҡдим итте. Уҡыйыҡ, баһалайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ. 

 

ҮТКӘН ЙЫЛЫМА.
Үтә йылдар, күңелдәргә
Өҫтәп һағыш.
Һәр үткәне үҙенсәләп
Һала нағыш.
Нағыштары төрлө - төрлө
Төҫтәр менән,
Ҡайылғандар йөрәктәге
Хистәр менән.
Устарыма йондоҙ яуған
Мәлдәрем бар!
Йөрәгемә ҡан һауҙырған
Хәлдәрем бар...
Һәр бер көнөң күңелемдә
Сағыу биҙәк.
Илатһаң да, йырлатһаң да
Ҡалмам биҙрәп.
Оҙатам да был мөсәлде
Оҙаҡ йылға,
Ҡулдарымды күтәрәм дә
Ҡылам доға:
"Йә Аллаһым, насип итсе
Осрашырға.
30.12. 2023.
ҠЫЙЫН.
Күңелдә лә әллә ҡышмы -
Туңған һымаҡ...
Илһам ҡошом һайрауынан
Тынған һымаҡ.
Йөрәгемдең тибеше лә
Яйлағандай,
Ҡырҡ сыраҡтың береһе лә
Янмағандай...
Хистәремдең шишмәһе лә
Киптемәллә,
Мине ташлап ят юҫыҡҡа
Киттемәллә?!.
Ҡош ташлаған оя кеүек
Күңел бөгөн.
Асылмаҫ томан ҡаплаған
Уның күген.
Йөрәгемдә ҡатып тора
Әсе төйөн...
Әллә ниңә ҡыйын миңә,
Ҡыйын бөгөн.
2023. Ғинуар.
ҠЫР ҠАҘҘАРЫ КИТӘ.
Төйнәнеп алыҫ сәфәргә
Ҡыр ҡаҙҙары юлға сыға.
Ҡанаттарын талғын елпеп
Күтәрелделәр һауаға.

Хушлашҡандай, күл өҫтөнән
Ике урап осто төркөм.
Китә инде, белһәләр ҙә
Көтмәгәнен ситтә бер кем.

Аһ, ситендер тыуған яҡтан
Айырылып китеүҙәре.
Ҡош тимә, ул да сараһыҙ -
Шулай яҙғас тәҡдирҙәре.

Ҡаңғылдашып ауаз һалды
Күл өҫтөндә һуңғы тапҡыр,
Эй, ҡошҡайҙар, һиҙәм инде
Хушлашыуҙар һеҙгә ауыр.

Хушлашайыҡ, өмөт итеп
Киләһе яҙ күрешеүгә.
Ҡамыштарын бишек итеп
Һеҙҙе көткән зәңгәр күлгә,
Ҡайтырһығыҙ тыуған илгә.
2024. Көҙ. 

Гөлзифа Исрафилова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас