+1 °С
Ҡар
Ҡыш бабайға
Эй, Ҡыш бабай,Ҡыш бабай!
Күптәнге таныш бабай!
Ҡайҙа юл тоттоң әле?
Кейенеп алып ябай.
Теләктәрем бар ине...
Тыңла әле,һин, сабыр.
Әгәр һөйләһәм уны,
Тормошҡа тиҙҙән ашыр.
Йорт-илдәр тыныс булһын,
Ҡайғы еле бер кемгә,
Ҡанаттарын ҡаҡмаһын,
Тыныслыҡ килһен ергә.
Ғәҙеллек хөкөм һөрһөн,
Изгелек беҙҙе төрһөн.
Мөхәббәткә һөйөнөп,
Йәштәр доньялар ҡорһон.
Яман сир таралмаһын,
Кешеләрҙе аяһын.
Һәр көн ҡояш йылмайып,
Алһыу таңыбыҙ атһын!
Байым ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Вәлитова
Лилиәнән