Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Декабрь 2023, 15:45

Байым мәктәбенән күп сәләм!

#Һаҡмар_конкурс  Байым ауылы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары Ҡыш бабайҙан бүләктәрен дә, һаулығын да биреүен һорайҙар. "Фаягөл әсәйенең бәхетле ғүмер итеүен, Зөбәржәт ата-әсәйенең, туғандарының һау булыуҙарын, Нурзилә һуғыш булмауын теләй. Зөлхизә ерҙәге һәр хайуандың өйлө, ҡараулы булыуына өмөтләнә. Ул бесәйҙәрҙе ныҡ ярата"... тип яҙалар. 

Байым мәктәбенән күп сәләм!
Байым мәктәбенән күп сәләм!

Һаумыһығыҙ, Ҡыш бабай!

Һеҙҙе һағынып хат яҙалар Баймаҡ районы Байым ауылы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары. Хәлдәрегеҙ нисек? 

Беҙҙеке һәйбәт. Беҙ Яңы йыл байрамына әҙерләнәбеҙ. Һүрәттәр эшләйбеҙ, класс бүлмәләрен биҙәйбеҙ, йырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ. 

Яңы йылды һәр кем көтөп ала, мөғжизә көтә. Беҙ һәр кешенең хыялының тормошҡа ашыуын, ғаиләләрҙең бәхетле ғүмер итеүҙәрен, һәр баланың ата-әсәле булыуын, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ. «Ҡыш бабай миңә ... бүләк итһә ине» тип, 

Назаров Искәндәр бүләккә - мотоцикл, Хоҙайғолов Искәндәр - машина, Фатима аҡ төҫтәге уйынсыҡ айыу алырға хыял итәләр.

Фаягөл әсәйенең бәхетле ғүмер итеүен, Зөбәржәт ата-әсәйенең, туғандарының һау булыуҙарын, Нурзилә һуғыш булмауын теләй. Зөлхизә ерҙәге һәр хайуандың өйлө, ҡараулы булыуына өмөтләнә. Ул бесәйҙәрҙе ныҡ ярата. 

Ярай, хатыбыҙҙы тамамлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, эшегеҙҙә уңыштар,сабырлыҡ теләйбеҙ. 

Күп ергә өлгөрәһең,
Эй,Ҡыш бабай,Ҡыш бабай.
Тоғоңдо аҫып алып,
Арымайһың бит, ҡалай.
Осрашҡанға тиклем.

Байым ауылы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: