Ҡыш бабайға хат
Бала сағымда Яңы йыл етеүен ашҡынып көтөп ала инем. Сөнки Ҡыш бабайҙан бүләк алыу минең өсөн ҙур бер мәртәбә булды. Үҙем бала-сағалы булып йәшәй башлағас, Ҡыш бабай булып кейенеп, уларға бүләктәр өләшеү, сабыйҙарҙы йырлатып-бейетеп, улар менән төрлө шаян уйындар уйнау әйтеп аңлатҡыһыҙ кинәнес килтерҙе...
Хәҙер бына алтмышты артмаҡлап, көнөм таяҡҡа ҡалғас, бар теләгәнем һаулыҡ та, ил-йортобоҙға тыныслыҡ! Ятһам да, торһам да ут эсендә йөрөгән егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын һорап доғалар ҡылам, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын ялбарып, аяттар уҡыйым. Сөнки үҙемдең дә биш-алты туғаным, бихисап ауылдаштарым, яҡташтарым ҡан-ҡойошта ҡатнаша, үлем менән көн дә күҙмә-күҙ осрашып йөрөй...
Я Раббым! Ир-егеттәребеҙҙең үҙ аяҡтарында әйләнеп ҡайтыуҙарын насип ит инде! Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған тормош иптәшен ғүмере буйына көтөп, һуңғы һулышынаса уның менән һаташҡан өләсәйем, “АТАЙ” тип өндәшергә тилмереп йәшәгән әсәйем мәрхүмәләр ише зарыҡмаһындар ине һөйгән йәрҙәр һәм сабыйҙар! Илебеҙҙә тыныс тормош булып, балаларыбыҙ атай-әсәй иркәләүендә үҫһәләр, миңә башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй!...
Мотал Рәмов, Иҫке Сибай