Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ноябрь 2023, 11:40

Солтан Хөсәйенов

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа башҡа эштәр ҡабул итмәйбеҙ. Алдан ебәрелгән эштәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Икенсе Этҡол мәктәбе уҡыусыһы Солтан Хөсәйенов тың шиғырын сайттан уҡығыҙ. 

Солтан  Хөсәйенов
Солтан Хөсәйенов

Тыуған ерем !

Данлы,даланлы
Ҡурай моңло,
Этҡолда тыуғаныма
Ҙур ғорурлыҡ кисерәм!
Минең кеүек
Тыуған ерен яратҡандар
Әҙ түгел, мин беләм!
Беҙ күмәкбеҙ,беҙ берҙәмбеҙ
Шуға күрә ауылым
Киләсәктә йәшәр тигән
Ышаныста мин ҡалам!
Исемем минең Солтан !
Үҫкәс
Сит ерҙә солтан булғансы
Үҙ еремдә
Булам мин олтан!

Хөсәйенов Солтан
Икенсе Этҡол мәктәбе уҡыусыһы.
Етәксеһе: Хөсәйенова Н.М.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: