Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ноябрь 2023, 12:48

Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа башҡа эштәр ҡабул итмәйбеҙ. Алдан ебәрелгән эштәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Яңы конкурсантыбыҙ үҙе менән тыныштырып былай тиеп яҙып ебәргән: "Силәбҽ өлкәһҽнҽң Ҡыҙыл районы Ҡыҙыл ауылында йәшәп ижад итәм. Сығышым мҽнән Йылайыр районы Ҡәнзәфәр ауылынан. Һөнәрҽм шәфҡәт туташы,хаҡлы ялдамын. Шиғырҙар яҙам һәм интҽрнҽт сҽлтәрҽндә барған конкурстарҙа әүҙҽм ҡатнашам. Сәсәндәр араһында барған әйтҽштәрҙә лә ҡатнашам. Балалар өсөн яҙған шиғырҙарым Аҡбуҙат журналында баҫылып сыҡҡаны бар. "Атайсал", "Йәшлҽк", "Ауыл уттары" гәзиттәрҽндә шиғырҙарым баҫылды. Баймаҡ ҡалаһының "Йәнгүҙәй" әҙәби бҽрләшмәһҽндә талантлы яҙыусыларҙың әҫәрҙәрҽн уҡып, танышып барам. Шул уҡ ваҡытта Магнитогорск ҡалаһының "Аҡ ҡауырһын" әҙәби бҽрҽкмәһҽндә ағза булып торам".  

Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина
Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина

Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина

Көҙөн муйыл сәскә атты

Рәхимһеҙ ул яҙҙар, һөйөү кеүек.
Ике тапҡыр улар килә алмай.
Көҙөн сәскә атҡан муйылыма
Ҡарап торам, һағыш уты ялмай.

Ҡулдарымда ап-аҡ сәскәләре.
Яҙ һулышын тойҙом иртәләрҙә.
Йәшлек яҙым, гүйә, бер гөлләмә, –
Ҡосағыма сумып иркәләнә.

Килен төшә

Башҡорт туйы. Килен төшкән йортта
Һөйөнөслө хәбәр таралған.
Киленкәйе ҡәйнә тупһаһынан –
Ҡәйнәһенә оҡшап яралған.

Саф гүзәллек ап-аҡ яулығында,
Килештереп япҡан башына.
Ҡот-бәрәкәт артһын, ырыуығыҙ
Ырыҫ илтһен нигеҙ ташына.

Хәтеренә мәңге уйылғандыр
Тәүге тапҡыр төшкән һыу юлы.
Һүрелдермә ғаилә усағыңды –
Бәхет бөркөп торһон йылыһы...

Был тормош

Был тормоштоң тәгәрәп тә
Киткән сағы булалыр.
Аҡҡа ҡара яҡҡандары
Аяҡ салып торалыр.

Гүзәллеккә ғашиҡ йәнем,
Аҡ донъянан төңөлмәм.
Дуҫ тигәндең ялғанын да
Ғүмер буйы төшөнмәм.

Тормош сәхнә түгел дәһә,
Булып тормай ал да гөл.
Бер яҡшыға бер яманы
Ялғана ла тора гел.

Майҙандарға көрәшергә
Кем генә һуң сыҡмаған?!
Тормош – ул мәңгелек көрәш,
Ҡуласа ул зырлаған.

Төнгө күк

Еҙ батмустай балҡый төн батшаһы:
Күктә моң бар, ғәжәп төн йөҙө.
Батмус сиртеп, гүйә, ҡыҙҙар бейей,
Тулған айҙан сихри моң һөҙөп.

Таң һыҙыла, асман кинәт кенә
Шәмәхәләй шәлен сискәндә.
Йөрәк майын һыҙып Зөһрә ҡыҙ ҙа
Һағыш даръяларын кискәндәй...

Айҙың шундай мөғжизәле сағы –
Йомарлам май тора тулышып.
Шуҡ йондоҙҙар, нисә ҡараһам да,
Асман буйлап йөҙә, ҡыуышып.

Йөрәгемде Ер-Әсәгә терәп,
Күгүләндең тоям шытыуын.
Төндө ҡыуып яҡты таңдар килә.
Эй, яратам ҡояш ҡалҡыуын!

Уйнат әле гармуныңды

Бала саҡта, ҡустым, гармун тартһаң,
Китер ине донъя йәмләнеп.
Бейеү көйөн генә өйрәт, тиеп
Йөрөгән булдым мин дә сәмләнеп.


Күрегенән ҡуйы сәсең генә
Ҡала ине саҡ-саҡ күренеп.
Өй-тупһабыҙ биг(е)рәк һағындыра,
Төштәремә сыҡһа бер инеп.

Гармун моңо ауыл урамында
Әсир итә ине күңелде.
Шул ваҡыттар төштәремә инеп,
Күҙ йәштәрем ҡапыл түгелде.

Йәш егеттәр ҡулы гармун тотҡан
Йырлы-моңло ауыл, һин ҡайҙа?!
Һин һайратһаң, ҡустым, гармуныңды,
Бала саҡҡа ҡайтам бер аҙға.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: