Нурания Ҡаһарманова
Рухи-әхлаҡи тәрбиә
Тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын – ышаныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ ул. Мәктәптә төплө белем биреү генә түгел, ә кешелеклек һыҙаттары, әҙәплелек тәрбиәләүҙе юғары кимәлгә күтәреү ҙур бурыс һанала. Кеше үҙ халҡының быуындан-быуынға күсеп килгән рухи байлығына эйә булғанда, шул нигеҙҙә тәрбиә алғанда, физик үҫешкә өлгәшкәндә, әхлаҡҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле, әҙәпле тип иҫәпләй ала.
Нимә ул рух? Был төшөнсәгә ниндәй йөкмәтке һалынған? Уның асылына төшөнөп ҡарайыҡ. Ф.Энгельс һүҙҙәре менән әйткәндә , рух – ул материяның “иң юғары төҫө”, “аҡыл, дәрт”. Фәлсәфә фәнендә лә рух төшөнсәһен төрлөсә аңлаталар: беренсенән, ул фекерләү,аң; икенсенән, ул ихтыяр, тойғо, хис, хыял, уй, фараз, һиҙгерлек, зирәклек; өсөнсөнән, рух-аңдың синонимы. Мифологияла, диндә рух төшөнсәһен ен, әрүах тип йөрөтәләр. Аңлатмалы һүҙлектәрҙә лә рухҡа төрлөсә күҙаллау бирелә. Мәҫәлән, башҡортса: кешенең эске уй-тойғоһо; күңел, йән; кешенең эске хәле, әхләҡи көсө; урыҫса: эшмәкәрлеккә этәреүсе аң, фекерләү, психик һәләтлек; эске әхлаҡи көс. Тимәк рух төшөнсәһенә тәғәйен аңлатма юҡ. Халыҡта шундай һүҙ ишетергә тура килә: башҡорт рухында тәрбиәләнгән, рус рухында тәрбиәләнгән һ.б. Әйтәйек, кеше ниндәйҙер бер халыҡҡа, милләткә ҡарай. Шул рәүешле рухтың да милли үҙенсәлеге бар. Рух-ул кешенең милли әхләҡи көсө, милли үҙаң кимәле.
Рухи яҡтан сәләмәт, көслө шәхес тәрбиәләүҙә башҡорт теле уҡытыусыһының роле ҙур. Сөнки бөгөнгө мәктәптәрҙә туған телдәге һүҙҙе башҡорт теле дәресендә генә ишетергә мөмкин.Өйрәнәйек,яратайыҡ туған телебеҙҙе!
Тыуған илем, ерем – Башҡортостаным!
Башҡортостан-ҡурай иле,
Башҡортостан-Урал ере,
Башҡортостан-ҡумыҙ теле
Башҡортостан-ҡымыҙ сере.
(Әхмәр Үтәбай)
Тыуған Башҡортостаным!Тыуған төйәгем! Тыуған ерем! Был һүҙҙәр ҡайҙарҙа ғына булһам да,”әсәй”,”атай” һүҙе менән йәнәшә йөрәгем түрендә.Күңелемә иң яҡын,иң изге һәм иң ҡәҙерле һүҙҙәр.Шуға ла, берәй ергә барһам,тыуған еремде һағынып ҡайтам. Тыуған төйәктән башҡа Ватан да була алмай. Беҙҙең Ватаныбыҙ – Башҡортостан. Башҡортостан...Ошо яғымлы һүҙҙе әйтеү менән ҡолаҡ төбөндә ҡурай моңо, сая бөркөт саңҡылдауы, ат тояҡтары тауышы ишетелеп ҡалғандай була. Һоҡланам…Ғорурланам...Башҡортостан минең өсөн донъялағы иң матур,иң изге,иң яҡшы төйәк.Күпме шиғырҙар,йырҙар тыуған төйәгемә бағышланған,күпме бөйөк кешеләр һоҡланғыс һүҙҙәр әйткән.
Ә тәбиғәте?Тәбиғәте иҫ киткес! Үҙемдең тыуған яғым булыуы менән генә түгел, ә тәбиғәтенең байлығы, матурлығы, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләрҙең наҙы, йылға- күлдәренең күплеге, һыуҙарының муллығы һәм башҡа әллә күпме үҙенсәлектәре менән һоҡланғыс ул.Мөғжизәләр иле – ул минең тыуған ерем...Мең төрлө сәскә, ҡош тауыштары, шишмә сылтырауы, һыҙылып ал таң атыуы, алһыуланып шәфәҡ һыҙылыуы, әллә ниндәй сихри биҙәктәр яһап, болоттар йөҙөүе – бөтәһе лә мине һоҡландыра, хайран ҡалдыра. Төрлө мәмерйәләр, шифаханалар, саф һыулы йылғаларын,ҡуйы урмандарын,бейек-бейек тауҙарын әйтеп тораһы ла юҡ.Ошондай сихри гүзәллек батшалығында тыуыуыма , йәшәүемә шатланам да, ғорурланам да.Был матурлыҡты күрер,уның шифалы,матур тәбиғәтендә ял итеү өсөн төрлө сит илдәрҙән ҡунаҡтар өҙөлмәй.Бөтә планетаның күрке менән сағыштырғанда, тыуған урын, бәлки, әллә ни матур ҙа түгелдер. Ләкин тыуған ер – географик нөктә генә түгел, ә һәр кемдең Баласағстаны ла. Үҙ тарихын яратмаған халыҡ булмаған кеүек үк, бала сағын һағынмаған кеше лә булмай. Шуға күрә лә шағирҙар тыуған ерҙе бәхет сәңгелдәге, тормошто яратыу мәктәбе рәүешендә күҙ алдына баҫтыралар. Тормошҡа һоҡланыу кәмемәһен өсөн, күңелде тыуған ер тойғоһо менән һәр саҡ яңыртып торорға кәрәклеген иҫбатлайҙар. Тәбиғәте күркәм, йәмле тыуған республикабыҙҙың. Йырлап аҡҡан шишмәләр, һалҡын һыулы йылғалар, һырт бирмәҫ ҡаялар, мәғрүр тауҙар, зәңгәрһыу күлдәр, ҡош-ҡортҡа бай урмандар, һабантуйҙар гөрләр аҡландар, ҡымыҙ еҫе һеңгән уйсан далалар, ауылдар һәм ҡалалар – һәммәһе лә уның биҙәге, ҡабатланмаҫ йәме. Заводтар һәм фабрикалар, башҡорт балына йомарт умарталыҡтар – бөтәһе лә республикабыҙҙың ҡеүәте һәм ҡото.
Тыуған республикаға, Ватанға оло һөйөү тойғолары тыуған ерҙән, ауылдан башлана һәм һәр ваҡытта айырылғыһыҙ үрелеп бара.Тыуған төйәгем минең өсөн иң ҡәҙерле, иң гүзәл ер. Сөнки унда таңдар ҙа алһыуыраҡ, кистәр ҙә тыныраҡ, һауа ла тәмлерәк һымаҡ. Донъяның бөтә гүзәллеге беренсе сиратта ошонда - тыуған еремдә бит.
Республика тәбиғәте беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тарафынан һаҡланған изге мираҫ.Уны артабан да һаҡлау-беҙҙең бурыс.
Башҡорт ерҙәре ниндәй генә бай булмаһын, ул байлыҡтар мәңгелек түгел бит. Йылға – йылға булып алтын тауҙары ситкә ағылғанда, төп халыҡ хәйерселектә, бөлгөнлөктә йәшәй. Көндән- көн ябай эшсән халыҡтың көнкүреше түбән тәгәрәй.Башҡорт ерҙәре лә ни тиклем ҙур, бай булмаһын, сикһеҙ түгел.Кешене кеше иткән ошо бәрәкәтле ер ул.Һутлы емештәр, гәрәбәләй иген биреүсе ҡара ыуылдырыҡтай тупраҡты, шағир әйтмешләй, тот та икмәккә һыла инде.
Ошо ерҙәр өсөн халыҡ күпме тир түккән, ҡан ҡойған.
Ер, ил, ирек, азатлыҡ тип, Салауаттар яуға күтәрелгән. Ер, ил, ирек, азатлыҡ тип, халыҡ баҫҡынсылар, иҙеүселәр менән көрәшкән. Ер, ил, ирек, азатлыҡ тип, башҡорт ҡан түккән.Беҙҙең еребеҙ икһеҙ- сикһеҙ, тик уның һис артығы юҡ.Төрлөлөгө менән ул бөтөн, халҡыма төйәк булыуы менән ғәзиз. Ер бер ваҡытта ла артыҡ булмай.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев, әсенеп, былай тип яҙа:
Күпме малды,балды, алтындарҙы
Һаттыҡмы беҙ?- Бушлай оҙаттыҡ!
Ер ҡуйынынан күпме хазинаны
Таланылар, белмәй оятты.
Әгәр артабан да әлеге урмандарҙы ҡырыу, һуңғы тамсы алтынды ла ситкә оҙатыу барһа, киләсәк быуынға ни ҡалыр? Ил тамырын баҙар балтаһы өҙөргә тейеш түгел. Халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн, бөгөн донъяға айыҡ аҡыл менән ҡарарға, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк.Халҡыбыҙҙың киләсәге беҙҙең һәм үҫеп килгән йәштәр ҡулында.Башҡортостан йәшәһен тиһәк, тыуған еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ.Башҡортостандың киләсәге беҙҙең ҡулда. Сәскә ат, һин Башҡортостаным!
Борон ата-бабаларыбыҙ Ер шарының иҫ киткес гүзәл урынын һайлап, үҙ иткән һәм шунда төбәкләнеп ҡалған. Башҡорт халҡы үҙе лә тауҙар кеүек ғорур, шишмәләр кеүек саф, урмандар кеүек тәрән фекерле булған.Мин ошо илдә тыуғаныма сикһеҙ ғорурланам. Бәхет бит был: ерем бар, илем бар, телем бар, халҡым бар.
Башҡортостан киләсәктә лә үҫер, матурланыр һәм һәр ваҡыт алдынғы республикалар иҫәбендә булыр, тип уйлайым. Минең илемдә бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын, беҙ тыныс, имен тормошта йәшәһәк ине, тигән теләктә ҡалам.