Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ноябрь 2023, 13:39

Хәсән Юлдашев

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа башҡа эштәр ҡабул итмәйбеҙ. Алдан ебәрелгән эштәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Таһир мәктәбенән Хәсән Юлдашевтың әҫәрҙәрен сайттан уҡығыҙ. 

Хәсән Юлдашев
Хәсән Юлдашев

Хәсән Юлдашев

ЯЛҒАН МАТУРЛЫҠТЫҢ ФАЙҘАҺЫ ЮҠ

Борон - борон заманда кеше аяғы баҫмаған, кеше күҙе күрмәгән, бейек тауҙар, ҡара урмандар араһында йәшәгән, ти, бер халыҡ. Шүлгән нәҫеленәнме, Шүрәле нәҫеленәнме икән - йөҙҙәре бик йәмһеҙ булған. Кәкре танаулы, күҙҙәре эскә батҡан, ҡолаҡтары филдеке кеүек, сәстәре үрә торған, аяҡтары дуғалай, ҡулдары көйәнтәләй булған, ти. Оҙон ғүмерле булып, үҙ яйына йәшәгәндәр, ти. Ошо уҡ ауылда сихырсы әбей булған. Тулы ай ҡыҙарып сыҡҡанда йылдың иң оҙон төнөндә ҡара урманда 1000 йылға бер тапҡыр атҡан сәскәне өҙөп төнәтмә эшләгән. Шул төнәтмәнән бер тамсы ауыҙ итеп, иртән тороуға бик сибәр ҡыҙға әүерелгән. Был ысул менән халҡы менән дә бүлешкән. Йылына бер тапҡыр тамсылап эсеп торғандар.
Ҡара урманда Сәлим батыр һунарсылыҡ итеп йөрөгәндә төпкөл урманда матур ҡыҙҙы осратып хайран ҡалған. Ҡыҙ үҙен Сәбилә тип таныштырған. Ауылына егетте ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан. Ауылдың аҡһаҡалдары был никахҡа ҡаршы булғандар, аҙағы хәйерле булмаясағын аңлатҡан. Сәлим Сәбиләнең ата-әсәһенән ҡулын һорап, никах уҡытҡан. Ҡыҙ мәһәр рәтенән йыл да бер үк ваҡытта, йәғни иң оҙон төндә ауылына алып килеүен һораған, ти.
Сәлим батырҙың матур кәләше тураһында хәбәр бөтөн яҡҡа таралған. Йылдар үткән, йыл да ҡыҙ бер үк ваҡытта ата-әсәһе янына ҡайтҡан. Тик балалары булмаған. Сәлим батыр ҡартайған, ә Сәбиләнең бер бөртөк тә аҡ сәсе лә, битендә һыр ҙа булмаған. Сәлим батыр ҡартайып үлеп киткән, ти. Уның үлеме йылдың иң оҙон төнө менән тура килгән. Сәбилә, ирен ерләп, һуңлап булһа ла юлға сыҡҡан. Ат егеп төпкөл урманға ингән һайын күҙҙәре эскә батҡан, танауы кәкрәйгән, сәстәре үрә торған, ә ҡолаҡтары филдәй булған. Ауылға килеп ингәндә бөтә ауыл халҡы ла йәмһеҙгә әйләнгән. Сихырсы әбейҙең төнәтмәһе бөткән, ти. Аҡһаҡалдар кәңәше менән башҡаса сихырсы әбейҙең төнәтмәһен эсмәҫкә, ниндәй генә ҡиәфәтле булһаҡ та беҙ шулай булып ҡаласаҡбыҙ, сит ерҙәргә ҡыҙ бирмәйбеҙ, тигән ҡарарға килгәндәр, ти. Кеше күҙенә күренмәй һаман да йәшәйҙәр, ти.

**** 

"Ҡомһоҙ йәндәр"

Мөжәүер хәҙрәт әйткән :"Ирәндеккә теймәгеҙ, аҫтынан Туфан ҡалҡа-" тигән.

2060 йылдар...

Ирәндекте күпме һаҡланып тип тырышһаларҙа. 2023 йылда Башҡортостан еренә күптәнән күҙҙәре ҡыҙып йөрөгән Әҙәм аҡтыҡтары үҙҙәрең күптәнән уйлап йөрөгән Уй -ниәттәрен тормошҡа ашыра башланылар. Космостан ҡарағанда Ирәндек тауҙары алтын беләҙек кеүек һуҙылған. 90 -сы йылдарҙа Мәскәүҙән геологтар килеп тишеп ҡарап сыҡтылар.Сәлимәгә ул ваҡытта 11 йәш тирәһендә ине. Атаһы  Мәскәүҙән килгәндар менән урыҫ телендә һөйләште.Бесәнлек ерен һәм баҫыуҙа үҫкән игендәрҙе тапап. Оҙон тишектәр тишеп  Ирәндек тауынан Һаҡмар йылғаһына табан төштөләр.  Атаһы асыуланған ине, күптәнән  Үҙгәртеп ҡороу осро тип әйтәләрҙә , халыҡ уны аңлап та, төшөнөп тә бөтмәй ине. Мәскәү ҡушҡан ҡаҙырға тип тынысланды атаһы. Атаһынан Сәлимә нимә тип әйтте тип һорағас:"Алтын эҙләйҙәр, тик алтыны бешмәгән әле, тип әйттеләр, тине. Ниндәй бешмәгән булһын инде. Алтын Ирәндектә гел булған, "Ирәндек" әкиәтен  иҫләгәндә лә алтын менән бәйле бит инде. Беренсе президент Мортаза Рәхимов башҡорт халҡы өсөн янып йәшәшәнгәме, бәлки заманаһы башҡаса булғанғамы башҡорт ерҙәренә ҡул һуҙыусы булманы. Тик Рәсәй дәүләте ерҙәрен  һәр теләгән кеше һатып йәки арендаға ала ала, тигәс, башланды ла инде был ғауға. Стәрле яғындағы Ҡыштау тауын һаҡлап ҡалдылар, бөтөн үстәрен башҡорттар йәшәгән Урал аръяғына Ирәндек тауҙарына ташландылар. Халыҡ күпме генә күтәрелһә лә төрмәгә, Украина ла барған һуғышҡа оҙатып торҙолар. Башҡорт үҙенең ерен һаҡлай алманы. Батыр Салауат, Ҡараһаҡал, Батырша яуҙҙары бер нимә лә эшләнмәгән кеүек, башҡорттоң аҫыл ирҙәре Украина ла вафат булды. Ҡатын-ҡыҙ, әбей-һәбейҙәр, бала-саға ҡалғас Көйөргәҙе районда улар өсөн төҙөлгән ауылға күсереп алып киттеләр. Халыҡ күсмәҫтә ине, яман шеш ауырыуҙары, балалар зәғиф тыуа башлағас  теләгәндәре күсте. Үҙ еренә хыянат итмәйем тигәндәре, тороп ҡалды, улар араһында Сәлимәнең дә ғаиләһе ине.

Тештәре менән алтын тауҙы ашарға йәбешкән әҙәмдәр, ҡомһоҙланып ашанылар. Тауҙарҙы шартаттылар, эсер һыуҙар ҡалманы. Һаҡмар йылғаһында башта балыҡтар үлеп бөттө, аҙаҡ йылға ла кипте. Ағастар ҡороно, ямғырҙар ҙа яуыуҙан туҡтаны. Ошо тауҙар янында Басай, Күсей, Темәс, Билал, Таһир тигән бихисап ауылдар бар ине. Тик береһе лә юҡ инде. Яҡын тирәләге ауылдар тороп ҡалһа ла улар аңламайҙар ине уларҙы нимә көткәнен. Күгиҙел ауылы янындағы тауҙы шартлатырға булдылар.Шул тирәлә иң ҙур алтын ятҡылығы спутник күрһәтә ине. Эх байлыҡ. Бер көн менән йәшәгән әҙәмдәр. Шартлатыу булды  бөтөн Ирәндек тауы һелкенде, уға ҡушылып Ҡырҡты тауы, Ирәмәл тауы ла, Урал тауҙары күмәкләшеп һелкенде. Шунда башланды инде мәхшәр. Ундайҙы күрергә яҙмаһын. Ер ҡуйынынан туфан ҡалҡыр тип көткән халыҡ бик яңылышҡан икән. Һыулы туфан урынына утлы туфан ҡалҡып сыҡты. Элекке Һаҡмар аҡҡан ерҙә, ут йылғаһы аға башланы. Эх , бахыр башҡорт халҡы ҡайҙа ҡасырға белмәне. Машинаһы булған кеше  Белорет юлы менән Өфө яғына юл алды. Белһәләр ине  юлда нимә көткәнен, тауҙар урынан шыуа ине. Ер ярылып, машиналар кешеләре менән бергә ер аҫтарына төшөп китә. Урманда йәшәгән айыуҙар, бүреләр кешеләр менән бергә сабыша.  Сәлимәнең дә ғаиләһе шул мәхшәрҙе күрҙе. Юлында юлбаҫар кеүек, мәрхәмәтһеҙ кешеләр осраны.Машиналарын тартып алдылар. Тик үлтермәгеҙ  Аллаһ ризалығы өсөн, Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡығыҙ тип  ябрылды. Ярай үлтермәнеләр, сөнки уның алдында бер ғаиләне һуйып аҡсаларын алдылар. Машинаға ултырып оҙаҡ барманы юлбаҫарҙао, ер йотто. Өләсәһе әйтә ине:" Ахрызаман булған да ер ярылып кешеләрҙе йотор"-тип. Аллаһ Тәғәләнән ялбырып һораны Балалары хаҡына. Сөнки юлдар ярылып ,ҡайҙа барырға белмәй ҡалдылар.Балалары менән саҡ-саҡ Белорет тауҙарын сыҡтылар, юлда берекмәндәр осорап машиналарына ултыртып Өфө ҡалаһына тиклем алыр килделәр. Бер ҡасанда онота алмаҫ инде.  Өфө аэропортында Мөхәммәт тигән иренең дуҫы көтә ине. Иренең дуҫын яратмаһа ла бандит тип. Шул саҡта уның ярҙамы бик тейҙе. Ул үҙенең ғаиләһегә лә, Сәлимәнең ғаиләһенә урындар алған ине.Самолет Төркиәгә осто. Ирәндек буйында МЧС самолеттары тик түрә -фәлән төгәнде ҡотҡарҙы. Өҫтән ҡарағанда бөтөн ерҙә ер тетрәй ине. Урал тауы ҡуҙғалған ине. Шунлыҡтан Төньяҡ Боҙло океандың һыуҙары урта Рәсәй ерҙәрен баҫып , Ҡазанда, Һамарҙа, Перемдә һыу аҫтында ҡалды. Бөтә кешенең ҡомһоҙлоғо арҡаһында, башҡорттар ҡурсалап, һаҡлап килгән Урал тауҙары юҡҡа сыҡты.

Сәлимә Төркиә илендә Сүрийә иле янында йәшәй башланылар. Мөсөлмандар тип төрөк халҡы уларға ярҙам итеп торҙолар. Сит ерҙе үҙ итеп йәшәп киттеләр. Башҡорт теле төрөк теленә оҡшағас ,аралышып һөйләшеп китеүе еңел булды. Өйҙә башҡорт телендә һөйләшеп, башҡорт тарихын телдән телгә һөйләп килеләр. 100 йылдан ашыу ваҡыт үткәс Урал тауҙары күптәнән ҡуҙғалыуҙан туҡаған ине. Тағы ла шул Урал тауҙарына ҡулдарын һуҙҙылар.Унда тау таш ҡына, Урал батыр һибеп үҫтергән ағастар, үләндәр юҡ ине. Шул утлы магма ҡалҡан саҡта, Уралтау аҫтынан алмаз таштар ҡалып сыҡҡан. Тик Әҙәм балаһы онотҡан шул. Онотто бит нимә булғанын. Алмаз тип күҙҙәре аларған, алмаштыра күреп иҫергән әйләндәр.тағы ла шул Уралтауға  килделәр. Һәр бер ерҙән ағылдылар йылға шикелле, унда бөтә ҡомһоҙ кешеләр йыйылған инеләр. Күрәһең тип барған кеше лә унаСөнки аҙым һайын алмаз ине, унда барған кеше, аңын юғалтып, иҫәр кеүек ҡаҙый ҙа ҡаҙый ине. Ер йөҙөнөң иң ҡомһоҙҙарын йыйған Уралтау  тағы ла бер һелкенеп бөтә кешеләрҙе үҙенә йотто. Тик бер кеше генә ҡалды Уралтау барлыҡ ҡомһоҙ кешенене йотоуы тураһында һөйләне. Бәлки шулай итеп Аллаһ  Тәғәлә ҡомһоҙлоҡто кешеләр күңеленән алып ташларға теләгәндер.

Юлдашев Хәсән Марсель улы, 14 йәш.

Баймаҡ районы Үрге Таһир ауылы. Етәксеһе Юлдашева Йондоҙ Тафтизән ҡыҙы. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: