Әсәкәйем.
Йөрәктәге наҙлы тойғоларым
Тик һиңә әсәкәйем.
Шатлыҡ күреп, оҙаҡ йәшә,
Һин бит минең ҡәҙерлем.
Ҡылған һәр бер изгелегең
Ҡабат үҙеңә ҡайтһын.
Балаларың яҡшы уҡып,
Гел һине ҡыуандырһын.
Бесәйем.
Ә бесәйем юҡ та юҡ,
Әллә ҡайҙа юғалған.
Ҡараным мин урамды,
Эҙләнем мин һарайҙан.
Илай- илай эҙләнем,
Йөрөнөм мин бик оҙаҡ.
Аптырап өйгә инһәм,
Бесәй бүлмәмдә ятҡан.
Гөлнара Фәйзуллина,
Икенсе Этҡол мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы